

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ
2026 йылдың ғинуарынан махсус хәрби операциянан демобилизацияланған ир-егет өсөн айырым социаль контракт барлыҡҡа килде. Уның буйынса ветерандар бизнес асыу, үҙмәшғүллекте үҫтереү йәки уҡыу өсөн 350 000 һумға тиклем аҡса ала ала. Социаль контракт - ул МХО ветераны һәм социаль яҡлау органдары араһында килешеү, уның буйынса дәүләт маҡсатлы түләү бүлеп бирә. Ветеран был программа буйынса үҙ эшен башларға, булған бизнесты үҫтерергә йәки артабан эшкә урынлашыу йәки эшҡыуарлыҡ өсөн уҡыу үтергә бурыслы.
Социаль контракт буйынса аҡса алыр өсөн ветеран ниндәй маҡсатта ҡорамал һатып килем алыуҙы аныҡ итеп яҙып бизнес план төҙөргә, унан бер йыл дауамында үҙ эшмәкәрлеге, алған килем тураһында отчет бирергә тейеш. Ғәҙәти социаль контракттан төп айырмаһы шунда: бында ғаиләнең йән башына уртаса килеме баһаланмай. Был сара әҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙам итеү генә түгел, МХО ветерандарының ҡаҙаныштарын таныу һәм яҡлау формаһы булып тора.
Аҡсаны ҡорамалдар, инструменттар һәм техника һатып алыу, сайт төҙөү, бинаны ҡуртымға, сеймал һәм тауарҙар һатып алыу, шулай уҡ уҡыу өсөн түләү, квалификацияһын күтәреү курсына түләү өсөн йүнәлтергә мөмкин.
Мәләүез районында биш махсус хәрби операция ветераны контракт төҙөп, дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен асырға ҡарар иткән. Артем Кудрявцев эшҡыуар булып теркәлеп, 3D баҫма өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Руслан Шәрипов һыуытҡыс, кер йыйыу машина, пластик тәҙрә ремонтлау буйынса шөғөлләнә. Ҡадир Дәүләтбаев ике туған ағаһы менән “Үҙебеҙҙең фасад” тип аталған фирма асып, төҙөлөш фасадтары етештерә. Вадим Морозов халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү маҡсатында электр монтажлау һәм төҙөлөш хеҙмәттәре өсөн ҡорамалдар һатып алды. Балта оҫтаһы Дмитрий Косован да үҙ эшен асмаҡсы.
“Квота буйынса районға дүрт кешегә аҡса бүленгәйне, ҡайһы райондарҙа план үтәлмәй, ә беҙҙә киреһенсә үҙ эшен асырға, социаль контракт төҙөргә теләүселәр күп”, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторҙары Альбина Арыҫланова менән Ләйсән Мәхмүтова.
Ғөмүмән, МХО ветерандары тырыш, алдарына алған маҡсатҡа ынтылыусан. Рәсәйҙә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсына Мәләүез районынан Арыҫлан Көсөкҡолов, Артем Кудрявцев тәҡдим ителде. Төбәк конкурсында еңеү яулаһалар, бөтә Рәсәй этабында үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк. Алдығыҙға алған уй-ниәтегеҙ бойомға ашһын, эшегеҙ уң булһын, тибеҙ беҙ ҙә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияға, унда ҡатнашыусыларға ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү бөгөнгө көндә төп бурыс булып тора, тип бер нисә тапҡыр әйтте.
Бөгөн төбәктә мәғариф, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәткә һәм тормоштоң төрлө өлкәләренә: ҡағылышлы 54 төбәк ярҙам сараһы эшләй. Был сараларҙың 11-е 2025 йылда барлыҡҡа килә. Системалы эш өсөн республикала 27 махсуслаштырылған муниципаль ярҙам үҙәге асылды. 2026 йылда тағы ла 36-һы асыласаҡ. 2025 йылда бөтәһе 30,8 миллиард һумға ярҙам саралары күрһәтелгән, был сумма 2024 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Был ваҡыт эсендә 25,6 меңгә яҡын бала бушлай мәктәп туҡланыуы ала, 10,7 меңгә яҡын бала балалар баҡсаһында ҡарау һәм ҡарау өсөн түләүҙән азат ителә, 20 меңдән ашыу бала секцияларға һәм түңәрәктәргә бушлай йөрөй. 10 меңдән ашыуы һауыҡтырыу лагерҙарында, тағы 4,5 меңе шифаханаларҙа була. Шулай уҡ Шифаханаларҙа Башҡортостандың 8,9 мең самаһы кешеһе — МХО-ла ҡатнашыусылар йәки уларҙың ғаилә ағзалары ял итә алды. 1,5 мең торлаҡ йортҡа газ үткәрелгән, 7,6 мең ғаилә ағас алған. Шулай уҡ социаль, психологик һәм юридик ярҙам күрһәтелә.
Фәнис БИКТАШЕВ, ирекмән, урындағы танк ғәскәрҙәре һәм Варшава килешеүе ойошмаһы илдәре ветерандары ойошмаһы рәйесе:
Мәләүез ҡалаһындағы “Йөрәк ҡушыуы буйынса”, “Ышаныслы тыл”, “Добрые люди” һәм башҡа бик күп ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй, Уға Мәләүез районы ғына түгел, башҡа район халҡы ла ҡушылған.
Алғы һыҙыҡтағы егеттәр ғаиләләренең бер нәмәгә лә мохтаж булмауына ышанырға тейеш. Яҡындарын юғалтҡандар янында һәр ваҡыт буласаҡбыҙ һәм уларҙы үҙ ҡайғылары менән яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, тип белергә тейеш. Ә өйҙәренә ҡайтҡандарға тыныс тормошҡа тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итербеҙ. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ.