Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Эштәре уң булһын

Мәләүез районында биш махсус хәрби операция ветераны контракт төҙөп, дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен асырға ҡарар иткән.

Эштәре уң булһынЭштәре уң булһын
Эштәре уң булһын

2026 йылдың ғинуарынан махсус хәрби операциянан демобилизацияланған ир-егеттәр өсөн айырым социаль контракт барлыҡҡа килде. Уның буйынса ветерандар бизнес асыу, үҙмәшғүллекте үҫтереү йәки уҡыу өсөн 350 000 һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Социаль контракт - ул МХО ветераны һәм социаль яҡлау органдары араһында килешеү, уның буйынса дәүләт маҡсатлы түләү бүлеп бирә. Ветеран был программа буйынса үҙ эшен башларға, булған бизнесты үҫтерергә йәки артабан эшкә урынлашыу йәки эшҡыуарлыҡ өсөн уҡыу үтергә бурыслы.

Социаль контракт буйынса аҡса алыр өсөн ветеран маҡсатын аныҡлап бизнес-план төҙөргә, унан бер йыл дауамында үҙ эшмәкәрлеге, алған килем тураһында отчет бирергә тейеш. Ғәҙәти социаль контракттан төп айырмаһы шунда: бында ғаиләнең йән башына уртаса килеме баһаланмай. Был сара аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙам итеү генә түгел, МХО ветерандарының ҡаҙаныштарын таныу һәм яҡлау формаһы булып тора.

Аҡсаны ҡорамалдар, инструменттар һәм техника һатып алыу, сайт төҙөү, бинаны ҡуртымға, сеймал һәм тауарҙар һатып алыу, шулай уҡ уҡыу өсөн түләү, квалификацияһын күтәреү курстарына түләү өсөн йүнәлтергә мөмкин. Ғәҙәти социаль контрактҡа ярашлы, бында ғаиләнең йән башына уртаса килеме баһаланмай.

Мәләүез районында биш махсус хәрби операция ветераны контракт төҙөп, дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен асырға ҡарар иткән. Артем Кудрявцев эшҡыуар булып теркәлеп, 3D баҫма өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Руслан Шәрипов һыуытҡыстар, кер йыйыу машинаһы, пластик тәҙрә ремонтлау буйынса шөғөлләнә. Ҡадир Дәүләтбаев ике туған ағаһы менән “Үҙебеҙҙең фасад” тигән фирма асып, төҙөлөш фасадтары етештерә. Вадим Морозов халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү маҡсатында электр монтажлау һәм төҙөлөш хеҙмәттәре өсөн ҡорамалдар һатып алды. Балта оҫтаһы Дмитрий Косован да үҙ эшен асмаҡсы.

“Квота буйынса районға дүрт кешегә аҡса бүленгәйне, ҡайһы райондарҙа план үтәлмәй, ә беҙҙә, киреһенсә, үҙ эшен асырға, социаль контракт төҙөргә теләүселәр күп”, - ти “Ватанды һаҡлаусылар” фонды социаль координаторҙары Альбина Арыҫланова менән Ләйсән Мәхмүтова.

Ғөмүмән, МХО ветерандары тырыш, алдарына алған маҡсатҡа ынтылыусан. Рәсәйҙә “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсына Мәләүез районынан Арыҫлан Көсөкҡолов, Артем Кудрявцев тәҡдим ителде. Төбәк конкурсында еңеү яулаһалар, Бөтә Рәсәй этабында үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк. Алдығыҙға алған маҡсатығыҙа ирешегеҙ, эшегеҙ уң булһын, тибеҙ беҙ ҙә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас