

Геймпадтан хәрби пультҡа тиклем
Ҡораллы көстәр элитаһына юл дистанцион башлана. Тәүге консультация туранан-тура телефон аша үтә. Әгәр кандидат шарт буйынса яраһа, ул Күмертау һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссариатына, артабан Өфөгә, республика һайлап алыу пунктына барырға тейеш. Бында ҡаты ысынбарлыҡ виртуаль ысынбарлыҡты алмаштыра: буласаҡ операторҙарға күп баҫҡыслы фильтр үтергә тура килә. Стандарт медицина комиссияһынан һәм документтарҙы юридик тикшереүҙән тыш, белгестәр ҡул моторикаһын, реакция тиҙлеген һәм стресс факторҙарына психологик тотороҡлолоҡто баһалай. Заманса цифрлы техника менән эшләү тимер нервыларҙы талап итә. Осоуға яраҡлы тип табылғандарға илдең иң технологик ғәскәрҙәренең береһенә юл асыла. Әммә күк йөҙө бөтәһе өсөн дә ябыҡ түгел. Әгәр медицина комиссияһы оператор-пилот карьераһына сик ҡуйһа, кешене иҫәптән сығармайҙар. Уға шул уҡ профилдәге техник подразделениеларҙа урын тәҡдим итәләр, сөнки дрон армияһы төймәләргә баҫҡандарға ғына түгел, ә был машиналарҙы йыйып, йүнәтеүселәргә лә мохтаж.
Контракт Оборона министрлығы менән килешеү бер йылға ғына төҙөлә. Мөһим юридик нюанс: БПЛА батальонынан мотоуҡсылар часына йәки десантҡа күсеү мөмкин түгел. Тар махсуслашыуҙы һайлайһығыҙ икән, килешеү ваҡыты тамамланғансы унда ҡалаһығыҙ. Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн өҫтәмә бонус ҡаралған: контрактҡа ҡул ҡуйыу саҡырыу буйынса хәби хеҙмәттән законлы кисектереү бирә.
Пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү бөгөн МХО биләмәһендә иң юғары эш хаҡы алыусыларҙың береһе. Финанс мотивацияһы ҡаты яҙылған:
- контракт төҙөгәндә бер тапҡыр бирелә торған федераль түләү – 1,4 миллион һум;
- төп айлыҡ эш хаҡы 220 мең һумдан башлана (күләме дәрәжәгә, вазифаға һәм хеҙмәт стажына ҡарап арта);
- штурмлау төркөмдәре составында һәр километр алға барыу өсөн яугир 50 мең һум ала. Актив һөжүм хәрәкәттәрендә ҡатнашыу өсөн айырым түләнә - тәүлегенә 12 мең һум, оборонаны тотоу – 10 мең һум;
Дошмандың техникаһын юҡ иткән өсөн бүләкләү
Хаҡтар түбәндәгесә билдәләнгән:
- Leopard, Abrams, Challenger танкыһын йәки HIMARS пускатель ҡоролмаһын баҫып алыу 1 миллион һум;
- HIMARS ПУ-һын йәки “Нөктә-У” комплексын бөтөрөү 300 мең;
бәреп төшөрөлгән вертолет - 200 мең һум;
- теләһә ниндәй типтағы танк 100 мең һум;
- башҡа хәрби техника-50 мең һум.
Ғаилә өсөн ҡалҡан
Республика кимәлендә бығаса булмаған ярҙам пакеты ғәмәлдә: яугирҙарҙың ғаиләләренә социаль түләүҙәрҙән алып мәғарифҡа һәм торлаҡ – коммуналь хужалыҡҡа льготаларға тиклем илленән ашыу төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Республиканың көньяҡ райондарынан буласаҡ операторҙар Күмертау һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссариатында Еңеүҙең 40 йыллығы урамы, 15а, 11-се кабинет адресы буйынса БПЛА подразделениеларына ҡабул итеү тураһында бөтә мәғлүмәтте ала ала. 4-01-14 телефоны буйынса шылтыратып белешергә лә мөмкин.