Барыһы ла Еңеү өсөн
19 Сентября , 08:05

Мәләүездә МХО ветераны тауыш бирҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ил, республика, район-ҡала яҙмышына битараф булмаған кешеләр.

Мәләүездә МХО ветераны тауыш бирҙеМәләүездә МХО ветераны тауыш бирҙе
Мәләүездә МХО ветераны тауыш бирҙе

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ил, республика, район-ҡала яҙмышына битараф булмаған кешеләр.
Бөгөн, гражданлыҡ позицияһын белдерергә кәрәк булғанда ла, улар әүҙемлек күрһәтә. Яугирҙәр - бөтә һайлау участкаларында ла хөрмәтле ҡунаҡ.
Мәләүездәр МХО ветераны Илдус Кәримовты ауыр һынауҙар аша үтеп, Ватанын һаҡлаған яугир булараҡ белә. Райондашыбыҙ тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡас та, ил яҙмышына битараф ҡалмай. Гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарашта булған илһөйәр яҡташыбыҙ үҙ һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
- Һайлауға килегеҙ. Илебеҙ киләсәге өсөн һәр кемебеҙҙең тауышы мөһим! Мин уны Рәсәй һәм республика киләсәге өсөн бирҙем! - ти яугир-ветеран.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас