

1983 йылда ул Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылынан Һарыш ауылына килен булып төшә. Ҡоролоҡ булған йылда мәләүездәрҙе һалап төргәкләргә ялан яғына ебәрәләр. Күрше фатирға урынлашҡан Хәсән Дауыт улы менән танышыуы яҙмыш ҡушыуы буйынса килеп сыға. “Быйыл 43 йыл килен булып төшкәнемә”, - тип йылмая 65 йәшлек апай, үҙенең оҙайлы һәм бәхетле тормошона ишара яһап.
Бында килгәс Әлфирә апай балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай, колхозда ашнаҡсы, хаҡлы ялға сығыр алдынан Ленин колхозында 13 йыл келәт мөдире вазифаһын атҡара. “Колхоз бүленгәс, Марс исеме менән йөрөтөлә башланы. Ҡалған ун йылын МТС-та эшләнем”, - ти хеҙмәтенә яуаплылыҡ менән ҡарап өйрәегән ханым.
Әлфирә һәм Хәсән Рәхимовтар өс балаға ғүмер бирә. Тормош иптәше менән балаларын эшһөйәр, итәғәтле итеп тәрбиәләй. Әммә яҙмыш уларҙы оло ҡайғы менән дә һынай. Уртансы улыбыҙ фажиғәле һәләк булды”, - ти ул, был ҡайғының күңел төбөндә мәңгелек һағыш булыуын йәшермәй
Бөгөн улдары Рөстәм ҡатыны Алина менән бәхетле тормош көтә, кәрим һәм Йәсминә исемле балалар үҫтерә.36 йәшлек кесе улдары Ришат әлегә үҙ яҙмышын тапмаған.
Әлфирә Әғзәм ҡыҙын ауылдаштары әүҙем ирекмән булараҡ та ихтирам итә. “Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ тимур командаһы өлкәндәргә ярҙам итергә йөрөнөк. Колхозға ла эшләргә йөрөттөләр. Ғөмүмән, мин ауыл тормошона битараф түгелмен. Айт тиһәләр, тайт тиергә әҙер торам. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә тип селтәр үреү көнө етһә, ирем дә бөгөн бармайһыңмы ни клубҡа, тип иҫкә төшөрөп дәртләндереп тора. Селтәр үрәбеҙ, тушенка эшләнек, сәксәк бешереп, туҡмас киҫеп, тоҙланғанын-ҡайнатҡанын тейәп, госпиталгә лә ебәрҙек”, - ти ул.
Әлфирә Рәхимова кеүек ябай ауыл ҡатындары – ауылдың, илдең ысын тотҡаһы. Уларҙың эске көсө, сабырлығы һәм изгелек ҡылырға әҙер тороуы йәмғиәтебеҙҙең иң ҡәҙерле ҡиммәттәренең береһе булып тора.