Конгэк
-21 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Май 2019, 14:21
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР. БАШҠОРТ БАЛЫН СИТ ИЛДӘРҘӘ ҺАТАСАҠТАР
Мәскәүҙә “Цифрлы ауыл хужалығы: Милли платформала цифрлы идара итеүҙең бурыстары” тигән фәнни-ғәмәли конференция үтте.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Мәскәүҙә “Цифрлы ауыл хужалығы: Милли платформала цифрлы идара итеүҙең бурыстары” тигән фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева төбәктә ҡулланылған цифрлы технологияларҙың уңыштары хаҡында һөйләне. Бөгөн республикала 100 процент эре мал идентификацияланған, алты меңдән ашыу бал ҡорттары күстәре теркәлгән. Һатып алыусылар телефондағы ҡушымта ярҙамында балдың ҡайҙа һәм ҡасан етештерелгәнен белә ала. Белгестәр әйтеүенсә, тап ошондай алымдар ярҙамында балдың экспорт кимәлен арттырырға мөмкин. Башҡорт балы Рәсәйҙән ситтә лә билдәле. Республикала йылына 12 мең тонна бал етештерелә.
“Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан аграрийҙары ауыл хужалығы тауарҙарын экспортлауҙы 230 миллион долларға арттырырға тигән ҡарар ҡабул итте. Унда башҡорт балын сит илгә сығарыу бурысы ла мөһим урын алып тора.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит