Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 12:52

АВСТРИЯЛА – БАШҠОРТОСТАН КӨНДӘРЕ

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәрен асыу буйынса эш алып барыла.

#нацпроекты#региональныепроекты
Республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты нигеҙендә сит илдәрҙә Башҡортостан вәкиллектәрен асыу буйынса эш алып барыла.


Әле “Башҡортостан Республикаһы менән Австрия Республикаһы ара­һындағы хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү ассоциацияһы”н асыуға Австрия яғынан хуплау булды. Ассоциация, Австрияла Башҡортостандың мәнфәғәттәрен сағылдырып, ике республика араһында иҡтисади, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк, Австрия баҙарына Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы сығарыуҙы, бизнес миссиялар, конгресс-күргәҙмә һәм мәҙәни саралар ойоштороуҙы тәьмин итәсәк.
25 июндә Австрияла Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы. Рәсми делегацияны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләне.
Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәфәрҙең эшлекле программаһында Австрияның власть һәм бизнес вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар, төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә тәжрибә алмашыу ҡаралғайны. Австрия баш ҡалаһының Музей кварталында башҡорт халҡының көнкүреше, мәҙәниәте һәм аш-һыуы күрһәтелгән милли ихата ойошторолғайны. Ошонда уҡ Һабантуй үтте, байрам этно-шоу һәм Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды. Унда Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Арғымаҡ» һәм «Карауан» төркөмдәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов һәм башҡа йырсылар ҡатнашты. Республика сәнғәт оҫталары араһында яҡташыбыҙ, билдәле ҡурайсы, өзләүсе Илһам Байбулдин да булды.


Читайте нас: