ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Август 2019, 19:39

Быйыл да уңыш мул

Күпме көтөп алған, күпме өмөттәр бағлаған, хыялланған йәй һиҙелмәй үтеп бара. Ул, кешене һынарға теләгәндәй, башта ҡоро килде, инде бесән сабып бөткәс ямғырҙары, йә һалҡын көндәре, дауыл-еле менән аптыратты. Шулай ҙа туйындырыусы ерҙең ҡәҙерен белгән кеше еләк, йәшелсә-емеште үҙенә етерлек йыйып алды, күпмелер өлөшөн баҙарға алып сыға.

Күпме көтөп алған, күпме өмөттәр бағлаған, хыялланған йәй һиҙелмәй үтеп бара. Ул, кешене һынарға теләгәндәй, башта ҡоро килде, инде бесән-фәләнде сабып бөткәс ямғырҙары, йә һалҡын көндәре, дауыл-еле менән аптыратты. Шулай ҙа туйындырыусы ерҙең ҡәҙерен белгән кеше еләк, йәшелсә-емеште үҙенә етәрлек йыйып алды, күпмелер өлөшөн баҙарға алып сыға. Сит-яҡтан килтерелгәнен ҡиммәт хаҡҡа һатып алғансы, үҙебеҙҙә үҫәне лә етерлек бит! Йәшелсә, емеш-еләккә бөгөнгә хаҡтар (килограмдарҙа):
сөгөлдөр - 35 һум, кишер - 30-50, картуф - 25, помидор - 110, ҡыяр - 40, кәбеҫтә - 25, слива (төрөнә ҡарап) - 80- 100, борос - 100, ҡурай еләге - 400 һум.
Алма 5 литрлыҡ күнәктә - 70, картуф - 150, муйылдың стаканы - 100, крыжовниктыҡы - 80 һум. Һарымһаҡты үҫтерә белгәндәр, минеңсә, һәр ҡасан уңышын һатыуға өлгәшә: уның башы - 20 һумдан да кәм түгел.
Сағыштырмаса тыныс уҙған йәйҙең бәрәкәтенә ҡыуанып, барыбыҙға иҫән-имен йәшәргә яҙһын. Рәхмәт һиңә, йәй!
Читайте нас: