ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август 2019, 18:38

Йондоҙнамә

Ылаҡ Ҙур сығым көтөлә, әммә ремонтҡа, теләгән әйбер алырға аҡса тотоноу һеҙгә күтәренке кәйеф кенә өҫтәр. Ял көнө өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге тыуыр. Һыуғояр Йондоҙҙар туҡланыуға иғтибар бирергә кәңәш итә. Шулай уҡ сәләмәтлек өсөн гимнастика файҙалы булыр.

Ылаҡ
Ҙур сығым көтөлә, әммә ремонтҡа, теләгән әйбер алырға аҡса тотоноу һеҙгә күтәренке кәйеф кенә өҫтәр. Ял көнө өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге тыуыр.
Һыуғояр
Йондоҙҙар туҡланыуға иғтибар бирергә кәңәш итә. Шулай уҡ сәләмәтлек өсөн гимнастика файҙалы булыр.
Балыҡ
Аҡсағыҙҙы шикле компанияларға ышанырға ашыҡмағыҙ. Был осорҙа иң яҡшыһы - дуҫтар, туғандар менән аралашыу, ял итеү.
Ҡуҙы
Көҙ ышаныс тойғоһо бирер, эшкә һәләтегеҙ артыр. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр, һөнәри үҫеш көтөлә.
Буға
Көсөгөҙҙө самалап тотоноғоҙ, һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ. Зарарлы ғәҙәттәрҙән ҡотолоу өсөн уңайлы мәл.
Игеҙәктәр
Аҡса менән бәйле эштә иғтибарлы булығыҙ. Яңғыҙҙарҙың икенсе яртыһын табыу ихтималлығы ҙур. Был осорҙо аралашыуға арнағыҙ.
Ҡыҫала
Бөтә уйығыҙ финанс мәсьәләһен хәл итеү менән бәйле булыр. Был осорға күп маҡсат билдәләй алаһығыҙ, барыһы ла бойомға ашыр.
Арыҫлан
Көсөгөҙ кәмеүен тойорһоғоҙ, ниндәй ҙә булһа етди ҡарарға килеү ауырға тура килер. Аҙна буйы йәрәхәтләнеү хәүефе оҙатып йөрөр. Шуға күрә һаҡланыу сараларын күҙәтергә кәңәш ителә.
Ҡыҙ
Ижади эш осоро. Ниндәй эшмәкәрлеккә тотонһағыҙ ҙа ҡулығыҙҙан килер. Шулай ҙа мутлашыу ҡорбанына әйләнеү ҡурҡынысы бар.
Үлсәү
Ваҡиғаларҙың барыһы ла һеҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр. Уларҙың бөтәһенән дә файҙа һәм килем алыу теләге генә бойомға ашмаҫ.
Саян
Был аҙнала сәләмәтлегегеҙҙән ҡәнәғәт булырһығыҙ. Әммә был һаулыҡ мәсьәләһен оноторға ярай тигәнде аңлатмай.
Уҡсы
Күптән борсоған матди мәсьәлә хәл ителер. Ижади эшләгән һөнәр эйәләрен уңыш көтә. Тик ғаиләлә аңлашмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал.
Читайте нас: