ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Сентябрь 2019, 19:46

Кеше һиңә яуызлыҡ ҡылһа... кәнфит бир

Социаль селтәрҙәрҙә йыш ҡына актриса Фаина Раневскаяның афоризмдарын яратып уҡыйым. Уның тапҡыр һүҙҙәре бик күптәргә оҡшай, күрәһең. Оҡшамаған хәлдә лә, бер кем дә битараф ҡалмай, цитаталарға бирелгән комментарийҙарҙан да күренә был.

Социаль селтәрҙәрҙә йыш ҡына актриса Фаина Раневскаяның афоризмдарын яратып уҡыйым. Уның тапҡыр һүҙҙәре бик күптәргә оҡшай, күрәһең. Оҡшамаған хәлдә лә, бер кем дә битараф ҡалмай, цитаталарға бирелгән комментарийҙарҙан да күренә был.

Ысынлап та, үткән быуатта йәшәгән актрисаның тәрән мәғәнәле һүҙбәйләнештәре, һөйләмдәре, төртмә һүҙҙәре, уҫал шаяртыуҙары бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Мәҫәлән, кеше үҙенең буй-һынын матур тоторға тейешлеге тураһында бына нимә тигән ул: “Күпме ашағаныбыҙҙы күрер өсөн ҡорһаҡ менән күҙ кәүҙәнең бер яғында урынлашҡан”. Ябығыу, диета тотоу, сәләмәт туҡланыу яңы быуат шауҡымы ғына түгел, тимәк. Уның хаҡында ана үткән йөҙ йыллыҡта ла актриса нисек аҡыллы әйткән.

Шул уҡ ваҡытта оҙайлы ваҡыт асығып, үҙен ыҙалатып ябығырға тырышҡандарҙы ла өнәмәгән. “Ғүмер шул тиклем ҡыҫҡа, уны һаран иргә, диетаға һәм насар кәйефкә тәләфләргә түгел” тигән әйтеме бар.

“Кеше һиңә яуызлыҡ эшләһә, кәнфит бир. Тағы эшләһә, тағы кәнфит бир. Яуызлыҡ эшләгән һайын кәнфит һоғондор - диабетҡа юлыҡмаһа, һис юғында һимерер, йәнәһе лә. Халҡыбыҙҙа ла шундай әйтем бар ҙа баһа: таш менән атҡанға аш менән ат.

Фаина Раневская тапалған мәҡәлдәрҙе, аҡыллы кешеләрҙең һүҙҙәрен, фекерҙәрен ҡабатларға яратмаған, ә уларҙы үҙе уйлап сығарған. Бының өсөн махсус уйланып, эҙләнеп ултырмаған, әлбиттә. Үҙенең эске кисерештәре, күҙәтеүҙәре, тормош тәжрибәһе аша теге йәки был күренешкә үҙ баһаһын белдергән. Ҡайһы берҙә уның әйткәндәре киҫкенерәк, тупаҫыраҡ та яңғыраған. Шул сәбәпле хеҙмәттәштәре, эргә-тирәһендәгеләр менән һыйышыуы еңел булмаған уға. Төртмә һүҙе, кинәйәһе менән кемделер рәнйеткәнен һиҙенһә, шунда уҡ ғәфү үтенергә ашыҡҡан. Шуға ла уға оҙаҡ асыу һаҡлау, үс тотоусылар булмағандыр. Ҡасандыр актрисаның тәнҡит утында көйгәндәр ҙә хатта уның кәңәшенә мохтаж булып килә торған булған.

Фаина Раневскаяның үҙенә генә хас, ғәҙәти булмаған фекер йөрөтөүен белгәндәр йыш ҡына уға төрлө һорау бирергә яратҡан. Мәҫәлән, был тормошта нисек йәшәргә кәрәк тигән һорауға, ул: “Әҙәм аҡтыҡтары ла һине иҫләрлек итеп”, - тип яуап биргән. “Ҡара сәсле ҡатын-ҡыҙҙар иренә хыянат итмәйме, әллә һары сәслеләрме?” тигән һорауға “Сал сәслеләр” тип кинәйәләгән.

“Беҙҙең арала күңелендә Аллаһу тәғәләне йөрөткәндәр бар. Бар Шайтанды һыйындырғандары. Ҡорт, бабаһыр йөрөткән әшәкеләр ҙә етерлек” тигән кинәйәһе актрисаның тормош ысынбарлығынан, атап әйткәндә, ғәйбәттән, нахаҡ һүҙҙәрҙән, аяҡ салырға, уңышынан көнләшеүселәрҙән һаҡланырға теләгәне күренә.

Ахмаҡ кешеләрҙән генә түгел, ә башҡаларҙан аҡыллыраҡ, юғарыраҡ булып күренергә тырышҡандарға арналған афоризмдары ла бик күп уның. “Мәғәнәһеҙ, алйот кешеләрҙән ҡурҡам. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙан. Улар кимәленә төшмәйенсә, бер ҡасан да нисек һөйләшергә белмәйһең” тигән фразаһы бар. “Кешеләр шәм кеүек түбәндәгеләргә бүленә: йылылыҡ өсөн, яҡтылыҡ өсөн һәм бер урынға... ҡуйыр өсөн” тигән әйтеме, бик уҫал әйтелгән, әлбиттә, әммә “Одноклассникта” бик күп лайк йыйғайны. Башын йүләрлеккә һалып, үҙ эшен эшләгән, маҡсатына өлгәшкәндәргә ҡарата уҫал һүҙҙәре байтаҡ: “Шундай кешеләр була, хатта уларға мейеһеҙ йәшәүе ҡыйын түгелме тигән һорауҙы бирге килә”. Тапҡыр һүҙҙәр оҫтаһы яңғыҙлыҡтан ахмаҡлыҡтан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡҡан. “Телефон булып та, өйҙә тик будильник тауышы ғына ишетелә” тигән кинәйәһе бик мәғәнәле. Актриса бер тапҡыр ҙа тормошҡа сыҡмаған. Яҡлаусыһыҙ кешегә һәр төрлө баҫым да булғандыр. Уҫал кинәйәләре, әсе теле, тапҡыр әйтемдәре, бәлки, һаҡланыу реакцияһы ла булғандыр. Нисек кенә булмаһын, Фаина Раневская кино сәнғәтендә тыуҙырған образдары менән генә түгел, ә бөгөнгө быуында күберәге тап афоризмдары менән популяр.

Эйе, был донъяға килгән һәр кемде билдәле иткән ниндәй ҙә булһа сифаты була: кемдер йыры, икенселәр бейеүе, өсөнсөләр асышы, ҡаһарманлығы, һөнәрилеге менән дан ҡаҙана. Матурлығы, изге күңеле һәм эше менән иҫтә ҡалғандар ҙа бик күп. Үлемһеҙлеккә бер аҙым. Яуызлыҡ, тар күңеллелек, һаранлыҡ һәм ике йөҙлөлөк менән яҡындарыбыҙ күңелендә ҡалырға булмаһын инде...
Читайте нас: