ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Сентябрь 2019, 14:35

Киләһе аҙнала беҙҙе нимә көтә?

Быға тиклем ваҡытығыҙ етмәгән эшегеҙҙе тамамларһығыҙ. Һөнәри мәсьәләне хәл иткәндә тәжрибәле хеҙмәттәшегеҙҙең кәңәшен тыңлағыҙ.

Ылаҡ

Быға тиклем ваҡытығыҙ етмәгән эшегеҙҙе тамамларһығыҙ. Һөнәри мәсьәләне хәл иткәндә тәжрибәле хеҙмәттәшегеҙҙең кәңәшен тыңлағыҙ.
Һыуғояр

Ниәтегеҙҙе бойомға ашырыу өсөн уңышлы осор. Бәхәсле мәсьәләлә үҙегеҙҙең хаҡлы икәнлегегеҙгә ныҡлы ышанығыҙ. Сәйәхәткә сыҡҡандарҙың сәфәре уңыр.
Балыҡ

Башҡалар эшенә ҡыҫылмаһағыҙ, аҙна тыныс үтер. Буш ваҡытығыҙҙы яратҡан шөғөлөгөҙгә арнағыҙ. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ.
Ҡуҙы

Был осорҙа йондоҙҙар күп мөмкинлек бүләк итә. Уны файҙаланып ҡалығыҙ. Күптәнге хыялығыҙ бойомға ашыр.
Буға

Быға тиклем шикләндергән эшегеҙҙе башҡарып сығырһығыҙ. Тәүәккәллек күрһәткәнегеҙгә үҙегеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ.
Игеҙәктәр

Аҙна башында көсөргәнештән һаҡланығыҙ. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ. Һөйөү өлкәһендә күңелле ваҡиға көтөлә.
Ҡыҫала

Финанс мәсьәләне хәл итеү өсөн уңышлы аҙна. Матди килемегеҙ һиҙелерлек яҡшырыр. Ял көнө теләгән әйберегеҙҙе һатып алырһығыҙ.
Арыҫлан

Осор башы йорт мәшәҡәттәрен башҡарыу өсөн яҡшы. Был эштәге һәм ғаиләләге көсөргәнештән бушанырға ярҙам итер.
Ҡыҙ

Аҙнаны һөнәри мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арнарһығыҙ. Әммә эш һәм шәхси мөнәсәбәттәрҙе бутамағыҙ. Юғиһә ҡаршылыҡлы хәлдәргә юлығырһығыҙ.
Үлсәү

Ике ут араһында ҡалыуығыҙ ихтимал. Шуға күрә бөтә эшегеҙҙе, әйтер һүҙегеҙҙе алдан уйлағыҙ. Аҡса менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ.
Саян

Йорт, ғаилә мәшәҡәттәре өҫтөнлөк итер. Был осорҙа күптән теләгән әйбергә эйә булырһығыҙ.
Уҡсы

Был осор күңел күтәренкелеге кисерерһегеҙ. Күп эшегеҙҙе башҡарып сығырһығыҙ. Магазинда йөрөү, теләгән әйбер һатып алыу ҙа ял тойғоһо бирер.


Читайте нас: