ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Октябрь 2019, 18:50

Парлы булһын ғүмерҙәр

Гүзәл йәшлек таңында яҙмыштарын бергә бәйләп, ғүмерҙәрен бер-береһенә терәк-таяныс булып, тоғролоҡта, татыулыҡта үтергә ант бирешкән һәм шул анттарына тоғро ҡалған парҙарға һоҡланам.

Гүзәл йәшлек таңында яҙмыштарын бергә бәйләп, ғүмерҙәрен бер-береһенә терәк-таяныс булып, тоғролоҡта, татыулыҡта үтергә ант бирешкән һәм шул вәғәҙәләренә тоғро ҡалған парҙарға һоҡланам. Мәңгелек ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләп, береһен аңлап йәшәгәндәр янында тормошҡа ҡараш та үҙгәрә, бәхет үҙе лә асығыраҡ төҫмөрләнә кеүек. Ярты быуаттан ашыу ҡулға-ҡул тотоношоп, бер һуҡмаҡтан атлап барған, оло йәштә булһалар ҙа, йәшлек хистәрен сайпылдырмай һаҡлаған, үҙ өлгөһөндә матур балалар үҫтергән, әле иһә шуларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисергән матур пар йәшәй беҙҙең ҡалала.

Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында тыуып-үҫкән Наилә һәм Барлыбай Йәғәфәровтар 1961 йылда ғаилә ҡора. Һуғыш осоро балалары күргән барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла үҙ иңдәрендә күтәреп үҫә улар. Икеһенең дә аталары һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, донъя йөгөн яңғыҙ тартҡан әсәләренең төп ярҙамсыһына әйләнеп, бала ғына ваҡыттарынан эш башларға тура килә.

- Ир-егет, ҡатын-ҡыҙ эше тип айырыу булманы ул саҡтарҙа. Үгеҙ егеп ер һөрөп, бесән ташып, утын урынына талсыбыҡ, баҫыуҙан көнбағыш ботаҡтары йыйып йәшәнек, - тип иҫкә ала улар ауыр йылдарын.

Инәй 15 кенә йәшенән колхозға һауынсы булып эшкә инә, әсәһенә матди яҡтан ярҙам итер өсөн кистәрен шәл бәйләй. Ә Барлыбай бабай Салауат ҡалаһында төҙөүсе һөнәренә уҡып сыға. Өс йыл әрмелә хеҙмәт итә. Ауылда төҙөүсе, водитель булып эшләй, һуңынан совхоз уны веттехник һөнәренә уҡырға ебәрә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, алдынғылыҡты бирмәй ул, исеме һәр ваҡыт маҡтаулылар рәтендә була.

Тыуған ауылында йорт һалып, матур донъя ҡороп, күптәргә өлгө булып йәшәй татыу ғаилә. Дүрт балаға ғүмер биргән Йәғәфәровтар.

Балалары баш ҡалаға уҡырға киткәс, уларға ҡайтып-китеп йөрөү еңелерәк булһын өсөн, 1986 йылда Мәләүезгә күсәләр. Икеһе лә ҡаланың тимер-бетон заводына эшкә урынлаша. Тырыш, яуаплы парҙы заводтан автоколонна ойошмаһына күсерәләр. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй улар.

Балалары ла үҙҙәре кеүек егәрле булып үҫә. Миңзия ҡыҙҙары ғаиләһе менән Мәләүездә йәшәй. Иптәше Рафаэль менән үҙ йорттарын төҙөп, матур тормош көтәләр. Ике бала үҫтергәндәр.

Миңлегөлдәре оҙаҡ йылдар ҡала дауаханаһында медсестра булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Уның ғаиләһе Сорғот ҡалаһында йәшәй. Иптәше Рәил менән ике ҡыҙға ғүмер биргәндәр.

Байтаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп йөрөүсе Рәзиф улдары Мәләүездә төпләнгән. Ҡатыны Гүзәл менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Кесе улдары Рәфит район һәм республиканың төрлө структураларында етәксе вазифаларын үтәне. Хәләле Зилиә менән дүрт балаға ғүмер, матур тәрбиә биргән улар.

Балаларының, ейәндәренең һәр уңышына һөйөнөп, әле лә уларға терәк- таяныс булып йәшәүсе Наилә һәм Барлыбай Йәғәфәровтар ғаиләһе күптәргә өлгө булырлыҡ. Ғүмер буйы үҙ көстәренә таянып, намыҫ менән тормош көткән, икеһе бер булып донъя йөгөн тартҡан пар, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Әллә ҡайҙан балҡып ултырған ике ҡатлы йорттарында таҙалыҡ, тәртип һаҡлана, донъялары гөл-сәскәгә күмелгән.

- Икең бер һүҙле булып, бер йүнәлештә барһаң, ауырлыҡтарҙы үтеү күпкә еңелерәк, - ти 58 йыл татыу ғүмер итеүсе Йәғәфәровтар һәм яҙмыштарын бергә бәйләп, тормош һуҡмағына сыҡҡан һәр кемгә парлы ғүмер теләй.

Бәхеттәренең сере ябай ғына булһа ла, ҡулға-ҡул, иңгә-иң терәп, ярты һүҙҙән, бер ҡараштан аңлашып уҙған ғүмер юлдары һоҡланғыс уларҙың.
Читайте нас: