Конгэк
+29 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Октябрь 2019, 20:07
Сибайҙа «Сәләм» яңы телевизион каналы эшләй башлай
11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Сибайҙа Башҡортостандың «Сәләм» яңы телевизион каналы эшләй башлай. Ҡаланың үҙәк майҙанында көндөҙгө сәғәт 12-лә «Сәләм» хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында телеканалдың презентацияһы була.
11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә, Сибайҙа Башҡортостандың «Сәләм» яңы телевизион каналы эшләй башлай. Ҡаланың үҙәк майҙанында көндөҙгө сәғәт 12-лә «Сәләм» хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында телеканалдың презентацияһы була.
Тантаналы сарала билдәле йырсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Зилиә Бәхтиева ҡатнаша, бик күп бүләктәр уйнатыла.
Шулай уҡ был көндә медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендәге «Рәсәй тимер юлдары» — «Өфө ҡалаһы медицинаһы» дауаханаһы табиптарында бушлай тикшерелергә мөмкин. Хируг, кардиолог, невролог һәм гинеколог алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә.
«Сәләм» телеканалы Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында муниципаль һәм урындағы телестудияларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн булдырылған. Яңы телеканал эфирында урындағы студияларға биш сәғәт бүленә, шул иҫәптән иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә, көндөҙгө 1-ҙән 2-гә һәм 5-тән 7-гә тиклем прайм-тайм. «Сәләм» Башҡортостандың кабель операторҙары селтәрҙәрендә һәм интернет-сервистарҙа күрһәтә.
http://www.bashinform.ru/news/1363771-v-sibae-nachinaet-rabotu-novyy-televizionnyy-kanal-bashkortost...
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты