ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Октябрь 2019, 17:22

Өләсәйемә оҡшарға теләйем

Ҡартлыҡ... Беҙҙең һәр беребеҙҙе лә көтә. Ул килгәндә, иң мөһиме - бер үҙең булмаҫҡа. Минең өләсәйем шулай ти.

Ҡартлыҡ... Беҙҙең һәр беребеҙҙе лә көтә. Ул килгәндә, иң мөһиме - бер үҙең булмаҫҡа. Минең өләсәйем шулай ти.

Ҡәҙерле кешемдең тормош юлы һәм хеҙмәт йылдары, ысын мәғәнәһендә, һоҡланыуға лайыҡ. Ул сығышы менән Күгәрсен районының Түләбай ауылынан. Өләсәйем ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Әхмәтғәлим мулла заманы өсөн уҡымышлы булған, латин һәм ғәрәп телендә уҡыған һәм яҙған. Ғәрәпсә китаптар сығарған, балаларына доғалар өйрәткән. Әсәһе Миңлебикә уңған, эшһөйәрлеге менән балаларына өлгө күрһәткән. Өләсәйем Түләбай, Ҡалдар һәм Волостновка ауылдарында белем алған, аҙаҡ Ҡалмаҡта фермаға эшкә ингән.

1959 йылда Томансы ауылына килен булып төшә. Олатайым Биктимер менән алты улға ғүмер бүләк итәләр. Колхоз эшендә лә һынатмайҙар, улдарына ла матур тәрбиә бирәләр. Алты балалары ла имен-аман үҫә. Ваҡытында белем алалар, яратҡан һөнәрҙәренә эйә булалар, ғаилә ҡоралар.

Раил улдары Балаҡатай районы Яңыбай ауылы һылыуын Зөлфиәне кәләш итеп ала. Уларҙың өс балаһы – Азат, Альбина, Айрат тыуа. Икенсе булып Фаил улдары кәләш ала. Уның күңелен Ишембай районы Искесәк ауылының Фәимә исемле һылыу яулай. Уларҙың ике балаһы – Салауат менән Сөмбөл тыуа. Өсөнсө булып Илгиз улдары кәләш ала. Уның күҙе Көйөргәҙе районы Мораптал ауылы һылыуы Зөлфиәгә төшә. Илдар исемле улдары тыуа. Наил улдарының һөйгән йәре Филүзә Һыртлан ауылынан. Уларҙың ике ҡыҙы – Нәркәс менән Алһыу тыуа. Бишенсе улдары Илдус Күгәрсен районы Ибрай ауылы ҡыҙына Гөлсиренгә ғашиҡ була. Илмир исемле улдары тыуа. Ә инде Филүс исемле улдары бәхетен Мәләүез районы Томансы ауылының Айгөл исемле һылыуында таба. Уларҙың дүрт улдары – Динислам, Нурислам, Кәрим һәм Эмир тыуа.

Фатихаға бик күп ауырлыҡтар төшә. Ул ағаларын – Шәрифйән менән Ғәфүрйәнде, апаларын – Хәҙисә менән Фәүзиәне, ирен Биктимерҙе, Наил улын һәм Филүзә киленең юғалта. Әммә ул бирешмәй, тырышып донъя көтә. Хеҙмәт ветераны маҡтаулы исеменә лайыҡ булған ҡәҙерле кешем ауылдаштары араһында лайыҡлы хөрмәт ҡаҙана. Етмеш биш йәшенә тиклем һарайын һыуытманы, тултырып мал-тыуар аҫраны. Әлеге ваҡытта ла тик ултырмай, дини китаптар, атаһы өйрәткән доғалар уҡый. Ейәнсәрҙәренең, бүләсәрҙәренең уңышына ҡыуанып йәшәй.

- Был тормошта кешене төрлө ваҡиғалар оҙатып йөрөй. Әгәр ҙә эргәңдә һине яратып, яҡлап, һаҡлап торған кешеләрең булһа, ауырлыҡтар һиҙелмәй ул, - ти ул.

Бик дөрөҫ һүҙҙәр, минеңсә. Эргәңдә һине аңлаған, ярҙам иткән, терәк булған кешеләр булһа, ҡаршылыҡтар һиҙелмәй ул.
Сөмбөл ДАУЫТОВА.
Читайте нас: