ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 11:51

Үҙгәрешкә Мәләүез нисек әҙерләнде?

Бөгөндән республика һанлы тапшырыуға күсә башланы. Районда бер нисә ай ҙур әҙерлек эше алып барылды.

Бөгөндән республика һанлы тапшырыуға күсә башланы. Районда бер нисә ай ҙур әҙерлек эше алып барылды.

Башҡортостандың башҡа төбәктәренән айырмалы беҙҙең район һәм ҡала биләмәһенең күп өлөшө һанлы тапшырыу зонаһына эләгә. Алдан бирелгән мәғлүмәт буйынса 18 тораҡ пункт ситтә урынлашҡан. Уларҙың күбеһе Березовка, Кәшәлә, Сурағол кеүек дача участкалары сифатында файҙаланылған утарҙар. Зонаға инмәй ҡалған ауыл биләмәләре менән мониторинг алып барылды. Бөгөн Дмитриевкала, Варваринола, Ужала, Һамар-Ивановкала һанлы тапшырыу юҡ. Улар юлдаш телевидениеһын ғына ҡабул итә ала.

Мәләүез ҡалаһында был тәңгәлдә һорауҙар юҡ, бында “Сатурн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең кабель телевидениеһы эшләй.

Район-ҡала магазиндарының, “Рәсәй почтаһы” бүлексәләренең һанлы приставка һәм юлдаш ҡоролмалары йыйылмалары менән тәьмин ителешен район хакимиәтенең сауҙа, эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары секторы контролдә тота.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һанлы телевидениеға ҡағылышлы һорау менән 8 (800) 347-00-55 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, ирекмәндәр ярҙамына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: