Конгэк
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Октябрь 2019, 00:28

МОСТАЙ КӘРИМ БӨЙӨК ШАҒИР, ЫСЫН ТАЛАНТ ЭЙӘҺЕ ИНЕ...(В.Путин)

УҢДЫМТыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,Октябрҙән – тыуған айымдан,-Ана нисек минең юлдарымаҺары йондоҙ һибә ҡайындар...

УҢДЫМ
Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән - тыуған айымдан,-
Ана нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ һибә ҡайындар.
Тупрағымдан уңдым.Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем,
Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,
Һиндә булһын йылы ҡәберем.
Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙе
Ҡағып тормай ғына ҡапҡаны.
Яуҙарымдан уңдым. Еңеү килде,
Килде һәләкәттәр сигендә.
Яраларҙан уңдым. Көн элгәре
Алып китмәнеләр «тегендә».
Бара торғас, исемемдән уңдым:
Кеше алдында кәм-хур итмәне.
Һәм холҡомдан уңдым: илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.
Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
1969
ПОВЕЗЛО. Перевод Е.Николаевской
Как это на вершине полстолетья
Я так нежданно оказался вдруг?
И вот с вопросом я гляжу вокруг:
Мне повезло иль нет на белом свете?
Мне с датою рожденья повезло:
Я родился не рано и не поздно…
Гудит октябрь… Двадцатое число…
Березы сыплют на тропу мне звезды.
Мне повезло с землей моей… Ты — чудо,
Башкирия! Ты — свет в моей судьбе!
Ты — колыбель под синью! И да будет
Моя могила теплая — в тебе…
С людьми мне повезло: они добром
Меня учили, без причин не били.
С друзьями повезло: они в мой дом
Вошли — в ворота постучать забыли.
С любовью повезло: превыше клятв
Высоко веру надо всем держала.
Сомненьями себя не унижала,
Хоть и причины были, говорят…
Везло с боями: в пламени жестоком
Мне виделись победные огни…
Везло с моими ранами: до срока
«Туда» не унесли меня они.
И с именем — не подвело оно! —
Мне повезло, и с сущностью моею:
Вкусив похвал сладчайшее вино,
Я на ногах держался, не хмелея.
Что ж, доброй ночи, прошлое!.. Дорогам
Твоим — поклон,
За все — спасибо им…
Мне повезло. Мне повезло во многом.
Не знаю, повезло ль со мной другим…