Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ноябрь 2019, 17:01

Шәмбе, йәкшәмбе матур көндәре менән айырылды

Ял көндәре республикала һиҙелерлек һыуыта, тип иҫкәртһә лә Башгидромет, шәмбе, йәкшәмбе көндәр матур торҙо.

Ял көндәре республикала һиҙелерлек һыуыта, тип иҫкәртһә лә Башгидромет, шәмбе, йәкшәмбе көндәр матур торҙо.

Республика синоптиктары вәғәҙә иткән ямғыр ҙа, ҡар ҙа булманы. Күк йөҙө төпһөҙ зәңгәрлеге менән һоҡландырҙы. Көн тымыҡ ҡына торҙо. Был, моғайын, быйылғы көҙҙөң иң һуңғы ҡояшлы, тыныс, йылы, матур көнө булғандыр. Тик күңелһеҙләнмәйек, иң мөһиме – өйҙәребеҙҙә, ғаиләләребеҙҙә барыһы ла яҡшы булһын! Ямғырҙа зонтик тоторға, һыуыҡта, елдә нығыраҡ кейенергә мөмкин. Киләһе көндәр барығыҙға ла ҡыуаныслы ваҡиғалар ғына алып килһен, яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр йылы булһын. Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ!
Читайте нас: