ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ноябрь 2019, 19:51

КӘРӘҘЛЕ ЭЛЕМТӘГӘ ХАҠ АРТА

Киләһе йылда Рәсәйҙә кәрәҙле элемтәгә тарифтарҙың 10-25% ҡиммәтләнеүе ихтимал.

Киләһе йылда Рәсәйҙә кәрәҙле элемтәгә тарифтарҙың 10-25% ҡиммәтләнеүе ихтимал.
Telecom Daily үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләренән күренеүенсә, рәсәйҙәрҙең күбеһе әле үк кәрәҙле элемтәгә сығымдарҙың артыуын һиҙә. 2019 йылдың өсөнсө кварталы һуңына, йыл башы менән сағыштырғанда, улар 10% һәм унан ашыуыраҡҡа артҡан, тип белдергән респонденттарҙың 74%.
Ағымдағы йылдың туғыҙ айында һәр унынсы абонент операторҙарын алмаштырған, тағы 12% быны декабрь аҙағына тиклем эшләргә йыйына. Һорауҙарға яуап биргәндәрҙең 18% тарифтарын алмаштырған.
Хеҙмәттәрҙең хаҡын арттырып, элемтәселәр быйыл эске роумингты бөтөрөү сәбәпле кәмегән килемдәрен ҡаплай. Элемтә компанияларының өҫтәмә сығымдары «Яровая законы»н үтәүенә лә бәйле.
Бынан тыш, абоненттар мобиль интернет һәм видеосервистар менән әүҙем ҡуллана, был уларҙы ҡиммәтерәк тарифтарҙы һайларға мәжбүр итә, тип иҫәпләй эксперттар.
МТС, Tele2 һәм «Билайн» мобиль операторҙары әлегә элемтә хеҙмәттәрен күрһәтеүгә тарифтарҙы арттырырға йыйынмай, тип хәбәр итә ТАСС компания вәкилдәренә һылтанма менән.
Читайте нас: