ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ноябрь 2019, 13:06

Балыҡты кем урлаған?

Эшкә китер алдынан туңдырғыстан 2 суртан алып иретергә ҡалдырҙым. Иптәшем мин ҡайтыуға таҙартып ҡуйыр тип.

Эшкә китер алдынан туңдырғыстан 2 суртан алып иретергә ҡалдырҙым. Иптәшем мин ҡайтыуға таҙартып ҡуйыр тип.
Кисен ҡайттым, балыҡ ашайым бит инде тип, ә ир генәм аптырай:
- Балыҡты урланылар, - ти. Мәғлүмәт тиҙ генә барып етмәй... өндәшмәйерәк торам бер аҙ. Өйгә һыу алырға ғына ингәйнем, шул арала балыҡтан елдәр иҫкән... Бесәй түгелдер инде, эҙе юҡ, эҙләмәгән ер ҡалманы... имеш.
Кило тирәһе генә тарта әле ул суртан! Ярай әле икенсеһе ҡалған.
Бына шулай, туғандар, ҡыҙыҡ, кем урлаған балыҡты, кемдә ниндәй фараздар, бәлки, һеҙ ҙә ошондай осраҡҡа юлыҡҡанығыҙ булғандыр? Нишләптер берәр ҡошмо икән тип уйлайым үҙем.
Читайте нас: