ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ноябрь 2019, 19:15

Теләктәр ҡабул була тигәнгә барығыҙ ҙа ышанаһығыҙмы?

Тиҙҙән календарь Ҡабан йылының аҙаҡҡы ай көндәрен иҫәпләй башлай. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, быйыл башҡарылған эштәр, тормошобоҙҙағы үҙгәрештәргә баһа бирәбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Мин хыялланырға яратам, сөнки улар кешене йәшәтә. Шул хыялдарҙан тормошома маҡсат ҡуям. Әлбиттә, хыялдар ҙа, теләктәр ҙә ысынға әйләнһен өсөн тырышлыҡ кәрәк. Яҡшы теләк - ярты бәхет, тиҙәр.

Тиҙҙән календарь Ҡабан йылының аҙаҡҡы ай көндәрен иҫәпләй башлай. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, быйыл башҡарылған эштәр, тормошобоҙҙағы үҙгәрештәргә баһа бирәбеҙ, киләсәккә пландар ҡорабыҙ.
Мин хыялланырға яратам, сөнки улар кешене йәшәтә. Шул хыялдарҙан тормошома маҡсат ҡуям. Әлбиттә, хыялдар ҙа, теләктәр ҙә ысынға әйләнһен өсөн тырышлыҡ кәрәк.
Яҡшы теләк - ярты бәхет, тиҙәр.
Мәҫәлән, мин үҙемә, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған әсәйемә, балаларыма, туғандарыма, хеҙмәттәштәремә иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы теләйем. Тыуыр таңдарыбыҙ тыныс булһын, тимен.
Ә һеҙҙең теләктәрегеҙ бармы? Ҡәҙерле дуҫтар! Әйҙәгеҙ, хыялдарыбыҙҙы, теләктәребеҙҙе күмәкләшеп ғәләмгә ебәрәйек!
Читайте нас: