ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ноябрь 2019, 01:08

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Был йәш ҡатын менән бик оҙаҡ яҙыштыҡ. Бәхәсләшеп тә киттек, фекерҙәребеҙ берегеп тә китте. Шулай ҙа мөхәббәт барлығына, иренең яратыуына ышандырҙым булһа кәрәк.

“Бәйләнештә” селтәрендә бер ҡатындың мөхәббәт тарихы донъя күргәс, төркөмдәге дуҫтарыбыҙҙың береһе менән ошондай смс-хәбәр алышыу булды.

-Мөхәббәт тураһында яҙаһығыҙ. Үҙегеҙ мөхәббәткә ышанаһығыҙмы һуң?

-Әлбиттә. Бөтә тормошобоҙ һөйөүгә ҡоролған да инде...

-Йәғни, мәҫәлән...

-Әсәйҙең балаға һөйөүе, тормошто, эргәлә-тирәләге, үҙеңде уратып алған кешеләрҙе, тәбиғәтте яратыу.

-Мин был хаҡта түгел икәнде аңланығыҙ бит инде...

-Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет араһындағы мөхәббәткә лә ышанам.

-Һиңә береһе, мин һине яратам, тип әйткәне бармы?

-Әллә...

-Ә үҙең?

-Әллә...

-Бына шул-шул - әллә. Мин бына ун йылға яҡын тормоштамын. Бер тапҡыр ҙа ирем яратам тигәне булманы.

-Ә үҙең әйткәнең булдымы?

-Юҡ... Вообще-то бер тапҡыр әйттем. Әйттем дә башҡа ғүмерҙә лә әйтмәҫкә булдым.

-...

-Шулай, бер эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп алдым. Йүгереп сығып ҡосаҡланым да, һағыныуымды, яратыуымды әйттем. Ул давай минән һорау ала башланы: берәй ярамаған эш эшләнеңме әллә, берәй нәмәне боҙҙоңмо, берәй нәмә кәрәкме... Хатта унда минең тоғролоғома ҡарата шик барлыҡҡа килде һәм оло ғауға сығарҙы. Ошо ваҡиғанан һуң бер ҡасан да был һүҙҙе уға әйтмәнем. Ул да миңә яратыуын белдермәне. Ә минең шул тиклем мине нисек яратыуын ишеткем килә ине... Тыуған ике балабыҙ ҙа, тимәк, мөхәббәттә тыумаған...

-Һөйөүе тураһында әйтмәүе генә уның яратмауы тураһында һөйләмәй бит.

-Шул бер һүҙҙе әйтеүе ҡыйын түгел бит инде.

Был йәш ҡатын менән бик оҙаҡ яҙыштыҡ. Бәхәсләшеп тә киттек, фекерҙәребеҙ берегеп тә китте. Шулай ҙа мөхәббәт барлығына, иренең яратыуына ышандырҙым булһа кәрәк.

Һинең телефоныңдың зарядкаһын ҡарап, бөтөп барһа, уны розеткаға тоташтырыуы йылы мөнәсәбәтен белдереү түгелме ни?

Нығыраҡ кейен, бөгөн һыуыҡ тиеп, һине иҫкәртеп тороуы һинең һаулығыңды хәстәрләү түгелме ни?

Эштән ҡайтһаң, ҡаршы сығып ҡулыңдан сумкаңды алыуы, кейемдәреңде элергә ярҙам итеүе ихтирамын белдереү түгелме ни?

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Читайте нас: