ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2019, 19:23

2020 йыл символы тураһында

Ҡомаҡ, сысҡандан зыян күрмәгән ғаилә юҡтыр ул. Бигерәк тә ҡош-ҡорт, мал тотҡан ауыл ерендә күпләп үрсей улар. Ниндәй генә ағыуҙар, ҡапҡан һәм башҡа төрлө яйланма ҡулланмайҙар, тик улар беҙ көткән һөҙөмтәне бирмәй. Ҡомаҡ, сысҡандарҙың әрһеҙлегенә, оҫталығына, һиҙгерлегенә иҫең китерлек. Тауыҡ йомортаһын сәлдереп ашағанын ишеткәнем бар ине. Бер йылы күҙәткәнем дә булды: бер ҡомаҡ йомортҡа ҡосаҡлаған килеш кетәклектән тәгәрәп килеп төштө. Иҫ китәрлек инде, әйтеп кеше ышанмаҫлыҡ!

Бер йылы беҙҙә лә ишәйҙе улар. Ағыулап еңеп булманы, ҡапҡанға ла һирәк кенә эләгәләр. Берәүһе, ҡапҡандан ысҡына алмағас, тәпейен өҙөп ҡасҡайны. Ҡомаҡтар ағыуланғандарын һиҙһә, ашағандарын кире сығаралар, күп итеп һыу эсәләр. Кешеләрҙән ишетеп, 200 литрлы тимер мискә төбөнә еҫләнгән балыҡ һалып, тоҙаҡ ҡороп ҡараным. Ҡомаҡ төшкән ине, әммә... һәнәк менән ҡаҙарға тырышам, ә ул мискә төбөндә әйләнгеләп сабып йөрөй, эләктереп булмай бит. Ҡыуыша торғас, һәнәк һабы буйынса менеп, елкәгә һикерҙе һәм күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡты. Шул осорҙа биш бройлер сепейҙең башына етте әлеге януарҙар. Бер айлыҡ сепейҙең артҡы яғы йөнһөҙ була бит. Иртән мөйөштә сепей тере кеүек ултыра, ләкин эске ағзаларын ҡомаҡ ашаған була.
Ҡомһоҙлоҡтары арта башлағас, түҙемлек бөттө. Балаларын эҙләп таптым. Иҙән аҫтында серелдеге сығалар. Әле күҙҙәре лә асылмаған ете балаһын тасҡа һалдым да йылғаға ағыҙып ебәрҙем. Инә ҡомаҡ эргәлә сабып йөрөй, әммә яҡын килергә ҡурҡа. Шул ваҡиғанан һуң ул йәнлектәр күренмәне, бер нисә йыл тыныс йәшәнек.
Ҡомаҡ - йәшәйешкә яраҡлашҡан иң әрһеҙ йәнлектер ул, моғайын. Улар әрһеҙ, сыҙам, аҡыллы ла. Ырҙында -ашлама, баҙҙа - бәрәңге, кишер, ит комбинатында - ит ашап туҡлана. Хужалығыңда нимә бар, шуны кимерә. Инә ҡомаҡ бер юлы 13-ләп бала табырға, йылына 250-ләп үрсем бирергә һәләтле икән. Инфекция таратыусы булһа ла, үҙе ауырыуға, хатта радиацияға бирешмәй, тиҙәр.
Тәбиғәт тарафынан яратылғас, бәлки уларҙың да файҙалы яғы барҙыр. Өйрәнелмәгән, аңламаған әйберҙәр етәрлек бит. Булмаҫ тимә, донъя был.
Читайте нас: