ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Декабрь 2019, 17:40

Декабрҙә “шайтан” көндәре

Ай фазаһының төрлө сирегендәге ауыр көндәр була Уларҙы “шайтан” көндәре тип йөрөтәләр, улар үҙенең кешегә насар тәьҫир итеүе менән билдәле. Икенсе төрлө улар геката көндәре тип йөрөтөлә. Боронғо грек мифологияһы буйынса Геката алиһәһе ер аҫты батшалығында, айҙың ергә күренмәгән яғында хакимлыҡ иткән. Ай фазаһының төрлө сирегендә, 9, 15, 23, 29-сы тәүлегендә, кешенең энергетикаһы көсһөҙләнә, күңеле кителеп, рәнйеп барыусан, төшөнкөлөккә бирелеүсән була. Үсексән, шикләнеүсән, тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә, кире хис-тойғоларға бирелә. Юл-транспорт авариялары йышая, хроник ауырыуҙар киҫкенләшә, кешенең нервы системаһы ҡуҙғый. Был көндәрҙә үҙегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ. Аңлағыҙ: эш һеҙҙә түгел, ә ай фазаһының үҙгәрешендә.

Ай фазаһының төрлө сирегендәге ауыр көндәр була
Уларҙы “шайтан” көндәре тип йөрөтәләр, улар үҙенең кешегә насар тәьҫир итеүе менән билдәле. Икенсе төрлө улар геката көндәре тип йөрөтөлә.
Боронғо грек мифологияһы буйынса Геката алиһәһе ер аҫты батшалығында, айҙың ергә күренмәгән яғында хакимлыҡ иткән.
Ай фазаһының төрлө сирегендә, 9, 15, 23, 29-сы тәүлегендә, кешенең энергетикаһы көсһөҙләнә, күңеле кителеп, рәнйеп барыусан, төшөнкөлөккә бирелеүсән була. Үсексән, шикләнеүсән, тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә, кире хис-тойғоларға бирелә. Юл-транспорт авариялары йышая, хроник ауырыуҙар киҫкенләшә, кешенең нервы системаһы ҡуҙғый.
Был көндәрҙә үҙегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ. Аңлағыҙ: эш һеҙҙә түгел, ә ай фазаһының үҙгәрешендә.
Айҙың 9-сы көнөнөң символы - ярғанат. Был көндә борсолорға, насар уйҙарға бирелергә ярамай. Алданыуҙан, яңылышыуҙан һаҡланығыҙ. Һауаланмағыҙ, көнөгөҙҙө тыныс шартта өйҙә уҙғарырға тырышығыҙ. Насар төштәргә ышанмағыҙ.
15-се көн символы - йылан.
Был көндө кеше насар йоғонтоға, ялҡаулыҡҡа, ҡотҡоға бирелеүе мөмкин. Яңылыш әйткән, ҡылған ҡылыҡтар өсөн үкенергә тура килмәһен өсөн ташып торған хис-тойғоларҙы тыйығыҙ. Эштә, яҡын дуҫығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә әҙер булығыҙ. Үҙегеҙҙе рухи яҡтан байытығыҙ, медитация (психик күнекмәләр алымы) үткәрегеҙ. Өндә борсоған һорауҙарға күргән төшөгөҙҙән яуап табырға була.
23-сө ай көнөнөң символы - крокодил.
Насар энергетикалы ауыр көн.
Һеҙҙе агрессияға, көсләүгә ҡотортоуҙары ихтимал. Ташып торған энергияғыҙҙы яҡшы яҡҡа йүнәлтер өсөн спорт менән шөғөлләнегеҙ, йорт-ҡура тирәһен йыйыштырығыҙ, ғөмүмән, физик эш менән шөғөлләнегеҙ. Күргән насар төштәрегеҙҙе яҡшыға юрағыҙ: тап килер.
29-сы ай көнөнөң символы - һигеҙаяҡ (спрут).
Был осорҙа бер эш тә башларға ярамай. Күңел төшөнкөлөгө, паника, насар хис-тойғоларҙың көн дауамында һеҙҙе эҙәрлекләүе мөмкин. Шуға ла тәнегеҙ, уйҙарығыҙҙы таҙартыу менән мәшғүл булығыҙ. Физик күнекмәләрҙән, бәйләнештәрҙән тыйылып тороғоҙ. Аралашҡан кешеләр менән әҙәпле, итәғәтле тотоғоҙ, үҙегеҙҙе яҡшы уй-ниәттәргә көйләгеҙ. Вәғәҙәләргә, юрауҙарға ышанмағыҙ. Күргән насар төшөгөҙ өндә яҡшы хәбәр килтерә.
Декабрҙә “шайтан” көндәре:
9-сы ай көнө - 4 декабрҙә 5 декабргә төшкө 2-гә тиклем;
15-се ай көнө - 10 декабрҙә төшкө 3-тән 11 декабрҙә төшкө 3-кә тиклем;
23-сө ай көнө - 18 декабрҙә киске 11-ҙән 20 декабрҙә төнгө 1-гә тиклем;
29-сы ай көнө - 25 декабрҙә иртәнге 7-нән 26 декабрҙә иртәнге 8-гә тиклем .
Читайте нас: