ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2019, 17:08

Ит комбинаты үҫеш юлында

“Мәләүез ит комбинаты”- ҡалала уңышлы эшләгән предприятиеларҙың береһе. Һыйыр итен эшкәртеү менән шөғөлләнә, быйыл ун айҙа 868,4 миллион һумлыҡ продукция етештерелгән. Предприятиела ике йыл элек 23 хеҙмәткәр иҫәпләнһә, бөгөн иһә 100 кеше эшләй. Быйыл былтырғыға ҡарарғанда сауҙаға сығарылған тауар ҙа ике тапҡырға күберәк. Көйөргәҙе районында уның ярҙамсы хужалығы бар. Дүрт йылда мал һанын 700-ҙән 10 меңгә еткерергә уйлайҙар.

“Мәләүез ит комбинаты”- ҡалала уңышлы эшләгән предприятиеларҙың береһе. Һыйыр итен эшкәртеү менән шөғөлләнә, быйыл ун айҙа 868,4 миллион һумлыҡ продукция етештерелгән.
Предприятиела ике йыл элек 23 хеҙмәткәр иҫәпләнһә, бөгөн иһә 100 кеше эшләй. Быйыл былтырғыға ҡарарғанда сауҙаға сығарылған тауар ҙа ике тапҡырға күберәк. Көйөргәҙе районында уның ярҙамсы хужалығы бар. Дүрт йылда мал һанын 700-ҙән 10 меңгә еткерергә уйлайҙар.
Директор урынбаҫары Сергей Моисеев әйтеүенсә, комбинатты реконструкциялау һәм модернизациялау буйынса план ҙур. Сменаһына 35 мең ит консерваһы, 10 тонна колбаса етештереү буйынса линия асыу, 1000 тонна күләмле әҙер продукцияны һалырға келәт төҙөү, автопаркты, инфраструктураны яңыртыу уйы бар.Әлбиттә, эшсе ҡулдар ҙа артыуы күҙаллана. Инвестиция проекты 2020-2022 йылдарға иҫәпләнгән.
Читайте нас: