ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2019, 19:17

Ҡомаҡ йылында яҡындарыбыҙға бүләк һайлайбыҙ

Яңы йылға һанаулы көндәр ҡалып бара. Ҡайһы берәүҙәр өйҙәрендә шыршы биҙәп тә ҡуйҙы. Байрамға бүләк һайлау тураһында ла уйланырға ваҡыт. Юҡһа, көнө килеп еткәндә күңелгә ятышлыһын таба алмауың да бар. Яңы йыл яҡынлашҡан һайын, ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләткән сауҙа үҙәктәрендә яйлы ғына бүләк һайлап алам, тимә! Бүләк һайлауҙы нимәнән башларға?

Яңы йылға ла һанаулы көндәр ҡалып бара. Ҡайһы берәүҙәр өйҙәрендә шыршы биҙәп тә ҡуйҙы. Байрамға бүләк һайлау тураһында ла уйланырға ваҡыт. Юҡһа, көнө килеп еткәндә күңелгә ятышлыһын таба алмауың да бар. Яңы йыл яҡынлашҡан һайын, ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләткән сауҙа үҙәктәрендә яйлы ғына бүләк һайлап алырмын тимә!
Бүләк һайлауҙы нимәнән башларға?
Иң элек исемлек төҙөгөҙ. Быйыл кемдәргә бүләк бирергә йыйынаһығыҙ? Беренсе исемлектә ғаиләгеҙ менән яҡын туғандарығыҙ буласаҡ, әлбиттә. Икенсеһенә дуҫтарығыҙҙы индерегеҙ. Өсөнсө исемлектә таныш врач, балағыҙҙың яратҡан уҡытыусыһы урын алырға мөмкин.
Кеҫә яғын самалайбыҙ. Иң яҡын кешеләрегеҙ өсөн аҡса йәл түгел икәнлеге билдәле. Әйтәйек, йыл буйына ейәнегеҙ велосипед тураһында хыял итә икән, премия аҡсаһын ҡыҙғанмаһағыҙ ҙа була. Шулай ҙа ҡалған осраҡта бүләккә тигән аҡсаны ҡыҫыбыраҡ тотоу хәйерле. Ни тиһәң дә, энә лә, дөйә лә - бүләк бит.
Яңы йыл бүләктәрен ике-өс аҙна элек алып ҡуйығыҙ. Шулай эшләгәндә, был мәлдән үҙегеҙ ҙә тәм таба аласаҡһығыҙ. Икенсенән, байрам алдынан һатыу селтәрендә хаҡтар ҙа өҫкә “үрмәләй”.
Ябай ғына шыршы уйынсығын да бына тигән бүләк итеп була! Иң мөһиме - тыштан матур итеп төрөлгән булһын. Күп һанлы социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кеше, бүләк алғанда, күберәк уның тартмаһына иғтибар итә.
Иң мөһиме - иғтибар.
Кеҫә яғы таҡырыраҡ булһа ла, байрамда барлыҡ туғандарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы һөйөндөргөгөҙ киләме? Үҙ ҡулығыҙ менән бешергән матур формалы печенье, яһалған еҫле һабын бына тигән бүләк буласаҡ. Ниндәй генә бүләк һайлаһағыҙ ҙа, был эште күңел һалып башҡарырға тырышығыҙ. Шул осраҡта ул яҡындарығыҙға, һеҙҙең үҙегеҙгә лә ыңғай кисерештәр генә бүләк итәсәк.
Нимә бүләк итергә мөмкин?
Ирегеҙгә:
- машина өсөн кәрәк-яраҡ;
- йылы шарф, яңы йыл стилендә свитер;
- һөйгәнегеҙҙең исеме яҙылған термо-стакан;
- яратҡан шөғөлө саф һауала йөрөүгә бәйле икән, уға йылы эске кейем, термос-сумка ла бүләк итә алаһығыҙ.
Ҡатынығыҙға:
- һөйгәнегеҙ күптән хыялланған тун;
- биҙәнеү әйберҙәрен һаҡлау өсөн махсус һауыт;
- матур башлыҡ менән шарф;
- яңы телефон;
- ресторанда романтик киске аш;
- матур күлдәк, заманса гаджет.
Әсәйегеҙгә:
- йылы шәл, башлыҡ;
- яңы йыл атрибутикаһы төшөрөлгән алъяпҡыс, һауыт-һаба, мультиварка;
- матурлыҡ салонына, бассейнға, фотосессияға сертификат.
Атайығыҙға:
- шахмат, шашка кеүек өҫтәл уйындары;
- ҡул сәғәте;
- мунса кәрәк-ярағы;
- балыҡ тотоу, аусылыҡ кеүек шөғөлө булған атайҙарға ҡармаҡ, палатка кеүек бүләк бик ҡәҙерле буласаҡ.
Олатай-өләсәйегеҙгә:
- яҡтыртҡыс лампа, торшер;
- китап;
- музей, театрға билет;
- сәй эсергә тәм-том;
- йылы юрған.
Балаларға:
- йәше тулмағандарына пирамидка, эре пазлдар, йырлай торған уйынсыҡтар, ҙур рәсемле китап;
- мәктәпкәсә йәштәге малайҙарға – машина, тимер юл, уйынсыҡ мылтыҡ, мәктәп йәшендәгеләргә пульт менән идара ителә торған машиналар, төрлө көнструкторҙар бүләк итергә мөмкин;
- мәктәпкәсә йәштәге ҡыҙ балаға - ҡурсаҡ өйө, ҡурсаҡ. Уйынсыҡ аш-һыу йыһазы, мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙарға музыка ҡоралы, ҡул эше өсөн кәрәкле яйланмалар.
Дуҫтарға:
- өҫтәл уйындары;
- яҙыу кәрәк-ярағы;
- үҙенсәлекле формалы сәйнүк;
- ҙур, матур коробкалы кәнфит, шоколад;
- телефонға үҙенсәлекле чехол, флешка.
Хеҙмәттәштәргә:
- эш өҫтәленә органайзер;
- бәләкәй генә елләткес;
- көндәлек;
- бүлмә гөлө;
- ҡәләм.
Читайте нас: