ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Декабрь 2019, 19:05

Яңы йыл яҡынлаша.Ҡомаҡ йылында нимә бүләк итергә ярамай?

- Ҡомаҡ һүрәте төшөрөлгән брелок, йомшаҡ уйынсыҡ, һын. Яҡынығыҙға бесәй балаһы бүләк итеү ҙә ярамаҫ. Ҡомаҡтарҙың ҡан дошманы бит улар. Яңы йыл хужаһы төлкө, эт кеүек йәнлек һүрәте төшөрөлгән бүләктәргә лә риза булмаясаҡ.

- Ҡомаҡ бик һиҙгер. Артыҡ ныҡ бөркөлөп торған еҫтәрҙе лә өнәмәй. Шуға күрә быйыл яҡындарығыҙға хушбуй бүләк итеүҙән тыйылып торһағыҙ яҡшыраҡ булыр.
- Ҡомаҡ тырыш йәнлек һанала. Тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр эсеү кеүек насар ғәҙәттәргә лә ҡаршы ул. Шуға күрә быйыл тәмәке, иҫерткес эсемлек кеүек бүләктәр биреүҙән тыйылып торорға тура килер. Юҡһа, йыл символы үпкәләп, уңыш килтермәй башлауы бар.
- Ҡомаҡ һыу менән дуҫ түгел. Шуға шампунь, һабын кеүек бүләктәр бирмәү хәйерле.
- Күндән эшләнгән, ҡиммәтле биҙәнеү әйберҙәренә лә шат булмаясаҡ.
- Етеҙ һәм хәрәкәтсән ҡомаҡ ҡыҫып торған кейемде лә өнәмәй. Ғөмүмән, иректе сикләй торған кейемгә ҡаршы ул.
Читайте нас: