ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 19:21

Өфө скульпторы Салауат Фидаи TikTok социаль селтәренең Рәсәй сегментында иң яҡшы автор тип танылды

TikTok Рәсәйҙә 2019 йылға йомғаҡ яһаны һәм илдәге иң популяр контент булдырыусыларҙы атаны. Өфө рәссамы һәм скульптор-миниатюрист Салават Фидаи Рәсәй сегментында иң яҡшы автор тип танылды, тип хәбәр итте «Мел».

Салауат Фидаи үҙенең эштәрен @salavat.fidai исеме менән һала. Уға өс миллиондан ашыу кеше яҙылған.

Скульптур-миниатюрист һәм рәссам ҡәләм остарында төшөргән скульптуралары менән дан ҡаҙанған. Өфөлә йәшәгән Салауат Фидаиҙың видеояҙмаларын ҡараусылар һаны 300 меңдән алып 6 миллиондан ашып китә.

Скульпторҙың роликтары бик ҡыҫҡа – 1 минутҡа тиклем. Инстаграмда Салауат Фидаиҙың 767 яҙылыусыһы бар. Яңы геройҙар өҫтөндә эшләү барышы төшөрөлгән роликтар йыш яңыртыла: бәләкәс Йода, клоун Пеннивайз, Төн короле, тимер тәхет, аждаһалар, ҡанатлы аттар.
Читайте нас: