ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Декабрь 2019, 16:08

Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнде

Шишәмбелә район-ҡалала Башҡортостан Конституцияһы көнөнә арналған байтаҡ сара үтте.

Шишәмбелә район-ҡалала Башҡортостан Конституцияһы көнөнә арналған байтаҡ сара үтте.
Белем биреү учреждениеларында республиканың төп законының әһәмиәте хаҡында класс сәғәттәре, әңгәмәләр үткәрелде. Иҫтәлекле дата айҡанлы район хакимиәтендә тантаналы йыйылыш үтте. Төбәк етәксеһе Рөстәм Шәмсетдинов үҙенең сығышында Конституция нигеҙендә заманса дәүләт власы органдары төҙөлөүе, урындағы үҙидаралыҡ камиллашыуы, закондар сығарыу системаһы ойошторолоуы хаҡында билдәләне.
Сығышы һуңында Рөстәм Наил улы төрлө программалар буйынса йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға сертификаттар, район-ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм ветеран хеҙмәтсәндәргә Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы миҙалдар тапшырҙы. Был көндә шулай уҡ күренекле яҡташыбыҙ, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡов исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы үтте. Быйыл был мәртәбәле награданы гәзитебеҙҙең даими авторҙары педагогия хеҙмәте ветераны Рәсимә Дәүләтбаева-Ғайсинаның “Алтын миҙгел” һәм Хәлиҙә Шәйәхмәтованың “Бәхетле мәлдәрем” исемле китаптары лайыҡ булды.
Читайте нас: