ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2020, 11:53

Тимур Рамазанов: “Туған моңдан айырылырға яҙмаһын”

Тиҙҙән ҡала мәҙәниәт һарайында башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, “Урал моңо”, “Дуҫлыҡ моңо” конкурстары еңеүсеһе Тимур Рамазанов үҙенең тәүге соло концерты менән сығыш яһай.

Тиҙҙән ҡала мәҙәниәт һарайында башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, “Урал моңо”, “Дуҫлыҡ моңо” конкурстары еңеүсеһе Тимур Рамазанов үҙенең тәүге соло концерты менән сығыш яһай. Йыр-моң һөйөүселәр уны «Каруан» төркөмө аша яҡшы белә. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын ошо яңы барлыҡҡа килгән коллективта башлай һәм тәжрибә туплай. Унда эшләгән дәүерҙә республикала ғына түгел, Мәскәүҙә, сит өлкәләрҙә башҡорт йырҙарын башҡарып, ижади яҡтан үҫешә. Әлеге ваҡытта йырсыға Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенә төркөм туплап, концерттар менән сығыш яһарға фатиха биргән. Шуға ярашлы, ижади дуҫтары Сабина Кучаева, Эльмира Юлдашева, Фәрхәт Ғәйнетдинов, Резана Аҡтаева менән республика райондары, ҡалалары буйлап гастролдә йөрөйҙәр. Мәләүезгә концерт менән килер алдынан редакцияға килде һәм үҙе, ижадташ дуҫтары менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
-Тимур, һин сығышың менән ҡайһы яҡтан?
-Баймаҡ районының йәмле Ирәндек буйында урынлашҡан Басай ауылында үҫтем. Бәләкәй саҡта уҡ концерттарҙа йырлай, спектаклдәрҙә ҡатнаша инем.
-Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә сығыуыңды хәтерләйһеңме?
-6-сы класта уҡығанда “Ирәндек моңдары” конкурсында “Уралтау”, “Һандуғас” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, балалар араһында беренсе урын яуланым. Ошо мәртәбәле сарала ҡатнашыуым минең артабанғы яҙмышымда ҙур роль уйнаны. Уҡыуымды Өфөлә дауам итергә кәңәш итеп, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыкаль интернат-гимназияһына йүнәлтмә бирҙеләр. Шулай итеп, 7-се кластан баш ҡалала уҡый башланым. Гимназияла һуҡма музыка ҡоралдарында, фортепьянола уйнарға өйрәндем. Вокал буйынса Ғәлиә Солтанова уҡытты.
-Концерттарҙа халыҡ йырҙарын яратып башҡараһың. Уны кемдән өйрәндең?
-Эйе, репертуарымда халыҡ йырҙары күп: “Төйәләҫ”, “Азамат”, “Ҡолой кантон”, “Абдрахман”, “Сәлимәкәй”... Уларҙы еренә еткереп башҡарырға мәктәбем директоры Иршат Фәтҡуллин өйрәтте. Әлеге ваҡытта мәшһүр “Урал”ды өйрәнәм.
-Ижади кешенең ғаиләһенә ваҡыты ҡаламы һуң?
-Буш ваҡытымды фәҡәт ғаиләм менән үткәрергә тырышам. Алтынай, Айсулпан исемле ике ҡыҙым бар. Хәләл ефетем һөнәре буйынса журналист. Әлеге ваҡытта декрет ялында.
-Башҡорт эстрадаһының офоғо киң, уның күгендә йондоҙҙар ҙа күп. Йәш йырсы булыуыңа ҡарамаҫтан, һинең дә үҙ исемең бар. Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
- Яулаған уңыштарҙа туҡталып ҡалмай, яңынан-яңы маҡсаттарға өлгәшеү өсөн тырышып эшләргә уйлайым. Ошо юлды һайлағанмын икән унан тайпылмай, алға барырға һәм халыҡҡа әйтер һүҙҙәремде йыр аша еткерергә теләйем. Тамашасы күңеленә барып етер өсөн костюмдар, йырҙар, аппаратура - бөтәһе лә сифатлы, заманса юғары кимәлдә, зауыҡлы булырға тейеш, тип уйлайым.
-Һинең репертуарыңда үҙең ижад иткән йырҙар ҙа бар. Кемдәрҙең шиғырҙарына көй яҙаһың?
-Гөлнара Рәшитова, Гөлфиә Шакирова менән хеҙмәттәшлек итәм. Тиҙҙән тағы бер нисә яңы йырым сығасаҡ.
-Тимур, гәзит уҡыусыларына, тамашасыларыңа еткерер теләктәрең бармы?
-Туған моңдан, мәҙәниәттән, телдән айырылмағыҙ, дуҫтарым! Яңы йылда һеҙҙең барығыҙҙы ла тик уңыштар ғына оҙатып йөрөһөн.
-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: