ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2020, 16:54

«Ҡыҙыл әтәс» аямай

Статистикаға күҙ һалайыҡ: үткән йыл республикала 11554 янғын сыҡҡан. Унда 273 кешенең, шул иҫәптән 11 баланың ғүмере өҙөлә (2018 йылда был һан 232 ине).

Статистикаға күҙ һалайыҡ: үткән йыл республикала 11554 янғын сыҡҡан. Унда 273 кешенең, шул иҫәптән 11 баланың ғүмере өҙөлә (2018 йылда был һан 232 ине).
Районыбыҙҙа хәлдәр нисек? Мәләүез район-ара күҙәтеү һәм иҫкәртеү эше бүлеге начальнигы Рәил Ғайсин әйтеүенсә, былтыр 184 янғын һүндерелгән. Бигерәк тә Мәләүездә, Александровка, Аптраҡ, Арыҫлан, Ергән, Иштәған, Корнеевка, Мәләүез, Партизан, Первомай ауыл биләмәләрендә ут сығыуының артыуы күҙәтелә.
Үкенескә ҡаршы, «ҡыҙыл әтәс» мөлкәткә генә зыян килтереп ҡалмай, күптәрҙең ғүмерен дә өҙә. Үткән йыл, мәҫәлән, алты кешене «теге донъяға» оҙатты (2018 йылда икәү һәләк булған).
Яҙ-көҙ - янғындарға бай осор. Уның шәхси йорттарҙа сығыуы бер кемде лә битараф ҡалдырмай, хәүефкә һала. Һандар түбәндәгене һөйләй: 2019 йылда 79 сүп-сар, ҡоро үлән яна, шулай уҡ 41 осраҡта өйҙә, 35 - дә - ишек алдындағы ҡураларҙа, 7 - транспортта, 6 - баҡсалағы йорттарҙа, 5 - бесән-һалам, 2 - сауҙа нөктәһендә, берәр - етештереү, йәмәғәт объекттарныда, складта янғын сыға. Төп сәбәбе: электр йыһаздарының урынлаштырыу, файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, мейестең һәм төтөн юлдарының төҙөк булмауы, ут менән һаҡһыҙ ҡулланыу. Бер генә осраҡта электр йыһазының төҙөк булмауы бер кешенең ғүмерен өҙә, ҡалған бишәүһендә фажиғәгә килтереүсе - тәмәке (күпселек осраҡта иҫерек кеше уны ҡабыҙған килеш йоҡоға тала, йә һүндермәй ташлай).
Һыуыҡта күптәр электр ҡоролмалары ҡуллана. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу - бәләнең башы, сөнки янғын сыҡмауына бер кем дә гарантия бирә алмай. Мейестең файҙаланыр алдынан тәүҙә уның һәм төтөн юлының төҙөклөгөн тикшерергә һәм таҙартырға, ярылған урындарын һыларға кәрәк.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ут бер кемде лә аямай. Уны булдырмау беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Һаҡ булайыҡ!
Читайте нас: