ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ғинуар 2020, 00:53

Ай, әттәгенәһе икән...

Иптәштәр, предприятиеға көтөлмәгән юғалтыу ҡайғыһы килде... (Дауамын ссылка аша сайтҡа инеп уҡығыҙ)

Был хәл ҡала ойошмаларының береһендә була. Кистән матур ғына “байрам” иткән Миҙхәт менән Владимир тышта тәмәке көйрәтеп, хәл алырға ултыра.
- О-оо, как раз берәр сигарет ҡалған, - ти Володя. - Шулай, Миҙхәт, “Петр”ыбыҙ үлеп китте инде бына, бахыр.
Һуңғы һүҙҙәре “Петр I” исемле тәмәке маркаһын аңлата ине. Ул буш ҡапты йомарлап сүп контейнерына ырғытты.
Быны эргәләренән үтеп барған кадрҙар бүлеге белгесе Мария ишетеп ҡала. Күп тә үтмәй, етәксегә хәбәр итә лә, тиҙ арала эшселәрҙе йыйылышҡа саҡырып:
- Иптәштәр, предприятиеға көтөлмәгән юғалтыу ҡайғыһы килде. Петр Федоров вафат булған, - ти.
Бөтәһе лә “ах” итеп ҡала.
- Ҡуй инде, кисә генә больничныйға киткәнен ишеткәйнек. Эстән генә һыҙып ауырып йөрөгән, күрәһең, - тип уфтанды ҡатын-ҡыҙ.
Миҙхәт менән Владимир ҙа аптыраштан шаҡ ҡатты. “Төҙәтелмәгән” баштарына был яңылыҡ тимер таяҡ менән һуҡҡандай тәьҫир итте.
- Миҙхәт, былай булмай. Бар һин бер ярты килтер, “памянуть” итеп алайыҡ. Мин әҙерәк эш-меште ҡараштыра торам, - ти Владимир.
Миҙхәт магазинға еткәнсе түҙмәй киоскынан һыра алып эсә һала. Бара биргәс, арттан кемдеңдер елкәһенә төрткәнен һиҙә, боролоп ҡараһа, ни күҙе менән күрһен, ҡаршыһында һин дә мин Петр баҫып тора?!
- Ҡайҙа шул тиклем сабаһың? - тип һорай хеҙмәттәше. Миҙхәт күҙҙәрен, ауыҙын шар асҡан килеш торғандан һуң, аңына килә һалып:
- Чур менә, чур, - тип төкөрөнә-төкөрөнә, артына боролмаҫҡа тырышып, аяғы ергә теймәй йүгерә.
“Әй, әттәгенәһе. Белогорячка тигәне ошолор инде, ҡәһәрең. Тәүбә, тәүбә. Шулай бик тиҙ бирештемме икән ни? Ах, харап булды башҡайым, харап. Бынан ары эсһәмме, исемемде Миҙхәт тимәм. Ҡара һин уны, был Петр, мине лә йәтешләп алып китергә йөрөй”.
Ҡобараһы осҡан Миҙхәт араҡы алыу ҡайғыһын онотоп, күҙ асып йомғансы эшенә килеп етә.
Был арала Петр Федоровтың үлмәгәнен асыҡлаған иптәштәре Миҙхәттең һөйләгәнен эстәре ҡатҡансы көлөп тыңлай.
Эшселәр ҡыуаныслы ваҡиғаны гөр килеп “йыуған”. Табында Миҙхәт кенә ауыҙын биш урындан ҡымтып, ҡабат бер тамсы ла хәмер эсмәҫенә табынып ултырған, ти. Мария ла ҡолағына салынған хәбәрҙе биш ҡат тикшереп һөйләр булып киткән.
Читайте нас: