Конгэк
+8 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар 2020, 17:35
Автомобиль алырға уйлайһығыҙмы?
Иң мөһиме шул: 1 ғинуарҙан яңы автомобилдәрҙе, дәүләт автоинспекцияһына бармайынса, автосалонда теркәргә мөмкин.ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан бүлеге начальнигы Рәмил АЙЫТОВ аңлатма бирә:
Иң мөһиме шул: 1 ғинуарҙан яңы автомобилдәрҙе, дәүләт автоинспекцияһына бармайынса, автосалонда теркәргә мөмкин.
ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан бүлеге начальнигы
Рәмил АЙЫТОВ
аңлатма бирә:
- «Тимер ат» һатып алыусыға теркәү тураһында таныҡлыҡты һәм яңы транспортҡа һан билдәләрен (әйтергә кәрәк, уларҙы элеккесә ЮХХДИ бирә) салонда алырға була. Беренсенән, был сиратты кәметергә ярҙам итәсәк һәм, әлбиттә, автоинспекция билдәләрҙе күпләп һатып алыу һәм тағы ла уларҙы һаҡлау яуаплылығын кәметәсәк.
Транспортҡа хужаһы йәшәгән төбәктең коды яңынан тапшырыла башлаясаҡ. Быны нисек аңларға? Мәҫәлән, республикабыҙҙа йәшәгән кеше хәҙер автомобилде баш ҡалала һатып алһа ла, Мәскәү һаны уға тәтемәйәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2013 йылға тиклем һәр кем теләгән төбәктә һатып машинаны алған, шул теркәй, дәүләт билдәһен ала ине. Эксперимент килеп сыҡманы тиһәк тә була, сөнки ул автоинспекторҙарҙың эшен ҡатмарлаштырҙы: юлда ниндәй төбәктең автомобиле йөрөүен танып булмай. Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: транспортты элеккесә теләгән ҡалала, республикала теркәп була, әммә барыбер код үҙеңдең төбәгегеңдеке ҡаласаҡ.
Өҫтә әйтеп үтеүегеҙсә, яңы автомобилдәрҙе хәҙер салонда теркәп була.
Уның өсөн дәүләт автоинспекцияһынан транспортты теркәргә рөхсәт булырға тейеш. Был схема менән эш иткәндә дилерҙар йәки завод-етештереүсе документтарҙы ЮХХДИ-ға автомобиль хужаһы исеменән бирә ала. Улар шулай уҡ машинаны ҡарай, кәрәкле документтарҙы йыя, тикшерә һәм хеҙмәт порталы аша автоинспекция бүлегенә тапшыра. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, теркәү тураһында таныҡлыҡ һәм номер автосалонға тапшырырыла.
Тағы ла 16 йәше тулмаған милексенең транспортын теркәү ҙә ҡарала. Был осраҡта инде машина ата-әсәһе йәки опекун исеменә теркәлә, ә инде автомобиль хужаһына 16 йәш тулыу менән милек уға күсә.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?