Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Февраль 2020, 18:50

Хаталар төҙәтелерме?

Ә һеҙ Башҡорт теле һәм Зауыҡлы биләмәләр йылында ниндәй етешһеҙлектәргә сик ҡуйылыуын теләр инегеҙ?

Ә һеҙ Башҡорт теле һәм Зауыҡлы биләмәләр йылында ниндәй етешһеҙлектәргә сик ҡуйылыуын теләр инегеҙ?
Ҡалала көндән-көн яңы магазиндар, сауҙа үҙәктәре, шәхси ойошмалар арта. Улар менән бергә хаталар ҙа күбәйә.
Күптән түгел район хакимиәтенең терминология комиссияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәләүез бүлексәһе менән берлектә Ленин урамындағы ойошма, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, сауҙа нөктәләре, дарыуханалар алтаҡтаталарының дөрөҫ яҙылышын һәм биҙәлешен тикшерҙе.
Етешһеҙлектәр аҙым һайын. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законын боҙоуҙың байтаҡ осрағы асыҡланды. Хәреф хаталары ла, биҙәлеш буйынса ла кәмселектәр билдәләнде. Тел хаҡында ҡануниәт талаптарына ярашлы, алтаҡталар ике дәүләт телендә лә яҙылырға тейеш. Ишектең ике яғына ҡуйылған осраҡта һул яҡта - башҡортса, уң яғында урыҫса текст урынлашыуы мөһим. Өҫлө-аҫлы ҡуйылғанда башҡортсаһы - өҫтә, урыҫсаһы - аҫта. Уларҙы бутап, йәғни аралаштырып, бер таҡтала яҙыу дөрөҫ түгел. Бындай күренеш икмәк-булка изделиелары һатҡан киоскыла осраны. Вывескаларҙың икеһе лә бер төрлө биҙәлеүе, йәғни төҫө лә, хәрефтәре лә бер-береһенән айырылмауы мотлаҡ.
Ҡайһы бер магазиндарҙың, атап әйткәндә, “Мечта”, “Zifa” сауҙа нөктәләренең исеме урыҫса ғына бирелгән. Шул да иғтибарҙан ситтә ҡалманы: элегерәк асылған ойошмаларҙа яңы барлыҡҡа килгәндәргә ҡарағанда етешһеҙлектәр юҡ. Миҫалға 133-сө йортта урынлашҡан “Фармленд” дарыуханаһын килтерергә мөмкин. Медицина учреждениеһының алтаҡтаһы бөтә талаптарға ла яуап бирә. Шулай уҡ элеке “Ҡарлуғас” кафеһы урынында асылған “Пятерочка” супермаркетын өлгө итеп ҡуйырға була.
Хәреф хаталары ла бар. Мәҫәлән, “Максавит” дарыуханаһының алтаҡтаһы дөрөҫ биҙәлһә лә, башҡортса тексында грамматик етешһеҙлек күп. Бында уны эшләгән рәссамдың телде камил белмәүе күренә. Шуға күрә эшҡыуарҙарға ойошма вывескаһын эшләтер алдынан мотлаҡ уның дөрөҫлөгөн тикшертергә кәңәш ителә.
Рейд барышында республиканың дәүләт теленең бәҫен ебәреүҙән тыш, ҡаланың йөҙөн йәмһеҙләгән ҡайһы бер күренешкә осраныҡ. Алтаҡталары, реклама щиттары иҫкергән магазиндар, ойошмалар бар. Урыҫса яҙылған һүҙҙәрҙә лә хаталарға юл ҡуйылған. Башҡортостанда иғлан ителгән Башҡорт теле һәм Зауыҡлы биләмәләр йылында был етешһеҙлектәргә сик ҡуйылыр тип ышанғы килә.
Читайте нас: