Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 11:16

Уңайлы ла, арзан да

Республикабыҙ, шул иҫәптән беҙҙең район-ҡала халҡы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт испекцияһы хеҙмәте менән Интернет аша йышыраҡ ҡуллана. Үткән йыл, мәҫәлән, 12294, быйыл ғинуар айында - 777 мөрәжәғәт теркәлгән.

Дәүләт порталында егерменән ашыу төр хеҙмәт алып була. Дәүләт автоинспекцияһына ҡағылыусыһында ттранспортты теркәү, имтихандар тапшырыу һәм водитель танытмаһын алыу буйынса ғаризалар ҡалдырырға мөмкин. Штрафтар тураһында ла порталдан ҡарап белеп була.
Дәүләт хеҙмәттәре сайтында кәрәкле документтар исемлеге һәм уларҙы туплау тәртибе менән тулы мәғлүмәт бирелгән. Шулай уҡ, электрон ғариза ҡалдырып, уңайлы ваҡытты һайлау һәм дәүләт һалымын 30 процент ташлама менән түләү мөмкинлеге бар.
ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан бүлегенең дәүләт инспекторы Владислав Сироткин билдәләүенсә, водитель танытмаһын йәки транспортты теркәү мәсьәләһенә күптәр юлыға. Был эштәрҙе Интернет аша башҡарыу арзаныраҡ та, уңайлы ла. Яңы йылдан бөгөнгә тиклем район һәм ҡалала йәшәүселәрҙең меңдән ашыуы ЮХХДИ-ның Дәүләт хеҙмәттәре порталына мөрәжәғәт иткән.
Читайте нас: