ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2020, 14:54

Ә ғүмерҙең әле матур сағы

Ата-әсә - балалар өсөн үрнәк. Бәләкәстән уларҙың эшләгән урындарына барып, күреп йөрөһәләр, өйрәнһәләр һәм шул уҡ һөнәрҙе һайлаһалар – аптырарға түгел. Ғаилә династиялары ла тап шунан барлыҡҡа килә. Хәмдиә Әфҡәт ҡыҙының да әсәһе Нәрисә апай ғүмеренең байтаҡ өлөшөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған.

Ата-әсә - балалар өсөн үрнәк. Бәләкәстән уларҙың эшләгән урындарына барып, күреп йөрөһәләр, өйрәнһәләр һәм шул уҡ һөнәрҙе һайлаһалар – аптырарға түгел. Ғаилә династиялары ла тап шунан барлыҡҡа килә. Хәмдиә Әфҡәт ҡыҙының да әсәһе Нәрисә апай ғүмеренең байтаҡ өлөшөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған. Ғафури районының Яңы Ҡауарҙы ауылында медсестра булып эшләй. Хәмдиәнән кесерәктәре Зәлиә лә, Лилиә лә һәр ваҡыт уның тирәһендә урала һәм өсөһө лә врач булырға хыяллана. Яҡты уйҙары, маҡсаттары тормошҡа аша ҡыҙҙарҙың: медицина институтына уҡырға инәләр. Хәмдиә санитария һәм гигиена табибы булып китә, Зәлиә - стоматолог, Лилиә кардиолог һөнәрен үҙләштерә.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығының Күмертау территориаль бүлеге әйҙәүсе белгесе, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған врачы Хәмдиә Әфҡәтовна Илмөхәмәтова беҙҙең редакцияла ҡунаҡта. Яуаплы вазифа биләгәс, районыбыҙҙың, ҡалабыҙҙың төрлө тармаҡтарында йыш булырға, күп кеше менән аралашырға, эшләргә тура килә. Быларҙың барыһы ла беҙҙең әңгәмәлә.
  • Егерме биш йылдан артыҡ һеҙҙең менән бергә эшләргә насип булды, бер ҙә үҙгәрмәйһегеҙ Хәмдиә Әфҡәт ҡыҙы...
  • Рәхмәт, ҡартайырға һис ваҡыт юҡ (йылмая, авт.).
  • Бөгөн һеҙҙең тыуған көнөгөҙ, күркәм юбилейығыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, тиһәләр ҙә, гәзит уҡыусыларына ниндәй йылда тыуғанығыҙҙы булһа ла әйтеп үтәйек әле.
  • Йәшем сер түгел - бөгөн миңә 60 йәш тулды.
  • Тимәк, һеҙ Ҡомаҡ йылында тыуғанһығыҙ. Был бәләкәй генә, теремек йән эйәһе, йондоҙнамә буйынса эшһөйәр, маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмал. Тап киләме һеҙҙең холҡоғоҙға?
  • Әлегә тиклем тик үҙ тырышлығым менән эшләп, донъя көтөп, һәр ваҡыт алға ынтылғас, тап киләлер, тип уйлайым.
  • Һеҙ - Ғафури районы ҡыҙы. Мәләүез тарафтарына нисек килеп сыҡтығыҙ?
  • Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, юллама менән ошо ҡалаға эшкә ебәрҙеләр. Ғүмеремдең байтаҡ өлөшө бында үтте: тормош ҡорҙоҡ, балалар үҫтерҙек.
  • Тормош һикәлтәле була, төрлө һынауҙар ҡуя. Һеҙҙе лә ауырлыҡтар, ҡайғы-хәсрәттәр урап үтмәне, әммә һынманығыҙ, һығылманығыҙ...
  • Эйе. Тәүҙә әсәйем фажиғәле вафат булһа, иремде лә бик иртә ер ҡуйынына һалырға тура килде. Һылыуым Зәлиә лә йәшләй генә яҡты донъя менән хушлашты. Ауыр инде, күңел илай, йөрәк әрней, һыҡтай - ни эшләтәһең? Барыһына түҙергә кәрәк һәм артабан йәшәргә.
  • Атайығыҙ иҫәнме?
  • Шөкөр, иҫән. Әле ул Ҡырмыҫҡалы районында йәшәй. Атайым оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе дилбегәһен тартты, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. Ул һәр ваҡыт беҙгә үрнәк булды, бөгөнгәсә ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ, кәңәштәренә ҡола һалабыҙ.
  • Әйткәндәй, ул яҡлап һеҙ атайығыҙға оҡшағанһығыҙ икән. Һеҙ ҙә телем, милләтем, тип янып йәшәйһегеҙ...
  • Тап шулай. Район-ҡала халҡы мине икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлап, ҙур ышаныс белдерҙе, өмөт бағланы. Мин уларҙы аҡларға тырышам.
  • Әңгәмәнең дауамын гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.
  • Читайте нас: