Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март 2020, 11:15

Гүзәл заттар депрессия кисермәһен

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа нервылар боҙолоуға бәйле кәйефһеҙлектәр ҡайһы бер дарыуҙар, бигерәк тә гормональ препараттар ҡабул иткәндән һуң башланырға мөмкин. Әммә депрессияға килтергән төп сәбәп - ул, әлбиттә, стресс. Яҡындарың менән мөнәсәбәттәр боҙолоу, бала тыуыу, кредит түләй алмау йәки аҡса менән бәйле башҡа проблемалар, эшкә урынлаша алмау... Быларҙың барыһы ла депрессияға килтереүе мөмкин.

Ҡатын-ҡыҙға депрессия менән нисек көрәшергә? Симптомдары һәм һуңғы һөҙөмтәһе шаҡтай ҡурҡытһа ла, депрессия дауалап булмай торған сир түгел. Бигерәк тә башланғыс осоронда. Профилактик саралар тураһында ла оноторға ярамай.
Психик һәм физик яҡтан сәләмәтлегегеҙ тураһында даими ҡайғыртығыҙ. Көндәлек режимды һаҡлағыҙ: ваҡытында ятып, ваҡытында тороғоҙ.
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға тырышығыҙ. Насар ғәҙәттәрҙән, бигерәк тә иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ.
Ашау-эсеүгә иғтибарлы булығыҙ. Күберәк хәрәкәтләнегеҙ, саф һауала йышыраҡ булығыҙ.
Стрестарҙан бөтөнләй ҡасыу мөмкин түгел, әммә уларҙы нисек тә кәметеү юлын эҙләгеҙ.
Дуҫтарығыҙ менән нисек тә йышыраҡ аралашырға мөмкинлек һәм ваҡыт табығыҙ - йылы, ихлас һөйләшеүҙәр һәр саҡ кәрәк.
Күңелегеҙгә хуш килгән берәр хобби табығыҙ.
Киләсәккә өмөт менән ҡарағыҙ.
Әгәр инде был диагноз ҡуйылған икән, дауалана башлауҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Әммә дарыуҙарҙы тик табип ҡына билдәләргә тейеш икәнен онотмағыҙ!
Читайте нас: