ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Март 2020, 23:15

Тормошобоҙ йәмле һеҙҙең менән

Донъяға йәм өҫтәүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы нәзәкәтле лә, һылыу ҙа, кәрәк саҡта батыр ҙа, ҡыйыу ҙа. Ҡатын-ҡыҙ балалар үҫтерә, яҡындарын хәстәрләй, донъя көтә. Ниндәй генә вазифа башҡарһа ла, ул, беренсе сиратта, донъя тотҡаһы.Донъяға йәм өҫтәүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы нәзәкәтле лә, һылыу ҙа, кәрәк саҡта батыр ҙа, ҡыйыу ҙа. Ҡатын-ҡыҙ балалар үҫтерә, яҡындарын хәстәрләй, донъя көтә. Ниндәй генә вазифа башҡарһа ла, ул, беренсе сиратта, донъя тотҡаһы.

Донъяға йәм өҫтәүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы нәзәкәтле лә, һылыу ҙа, кәрәк саҡта батыр ҙа, ҡыйыу ҙа. Ҡатын-ҡыҙ балалар үҫтерә, яҡындарын хәстәрләй, донъя көтә. Ниндәй генә вазифа башҡарһа ла, ул, беренсе сиратта, донъя тотҡаһы.
Яҙ айының иң матур байрамы айҡанлы районыбыҙҙың гүзәл заттары ҡала мәҙәниәт һарайына тантаналы сараға йыйылды.
Район хакимиәте Башлығы Рөстәм Шәмсетдинов төрлө яуаплы хеҙмәткәрҙәргә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, балалар тәрбиәләгән уңған хужабикәләргә, әсәй-өләсәйҙәргә ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе.
- Шәхсән үҙемдән һәм райондың ир-егеттәре исеменән барығыҙҙы ла күркәм байрам менән ҡотлайым. Тәбиғәт уянған яҙғы мәлгә тура килгән был байрам - иң изгеләрҙең береһе, сөнки гүзәл зат үҙе үк тәбиғәт кеүек: кешелеккә ғүмер биреүсе, йәшәтеүсе, йәшәртеүсе, донъяға һулыш өрөүсе. Әсәйҙәр, ҡатындар, ҡыҙҙар - һәр кем өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз кешеләр. Һөйөү, ғаилә, бала һәм тыуған йорт кеүек изге төшөнсәләр ҙә тап улар менән бәйле. Бөгөн беҙҙең районда 42 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Был - халыҡ һанының яртыһынан күбеһе тигән һүҙ. Төрлө йылдарҙа район мәнфәғәтен ҡайғыртып, уның үҫешенә үҙ өлөшөн индергән, ауыр һуғыш йылдарында үҙҙәрен аямай, яу яланында батырлыҡ күрһәткән оло йәштәге апай-инәйҙәр, тыл хеҙмәтсәндәре айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ, - тине район етәксеһе.
Ҡотлау сығышынан һуң Рөстәм Наил улы тыл хеҙмәтсәндәренә, төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән бер төркөм гүзәл заттарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Жанна Ғәйетҡолова йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләп үтте һәм, Маҡтау грамоталарына ҡушып, үҙенең изге теләктәрен юлланы.
- Бөгөн ғаилә институтына ил, республика, район тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға йүнәлтелгән байтаҡ программалар тормошҡа ашырыла. Беҙҙең ҡалала ла кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған, - тине Жанна Николаевна.
Байрам сараһы үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында ҡуйылған концерт менән үрелеп барҙы.
Читайте нас: