ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Март 2020, 17:35

Хәтер һәм дан

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлашҡан һайын, күңел хәтирәләрен аҡтарабыҙ, һуғыш яралары һаман да һыҡрай, төҙәлмәй, уның шаңдауы тынғылыҡ бирмәй. Илебеҙ азатлығы өсөн тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән олатайҙар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы яҡынлашҡан һайын, күңел хәтирәләрен аҡтарабыҙ, һуғыш яралары һаман да һыҡрай, төҙәлмәй, уның шаңдауы тынғылыҡ бирмәй. Илебеҙ азатлығы өсөн тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән олатайҙар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяна.
Редакцияға ла уҡыусыларыбыҙҙан бөйөк еңеүҙе яҡынайтыуҙа ҙур өлөш индергән яугирҙар тураһында хаттар килә башланы. Аяҙ күгебеҙ, тыныс, имен тормош башын һалған өсөн ветерандарыбыҙға баш эйеү маҡсатында, гәзит уҡыусыларыбыҙ, конкурс иғлан итәбеҙ. Хаттарығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!
Тәүге хатты һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.
Олатайым инде төшөмә
Минең олатайым Барый Абдулла улы Ғәбиҙуллин Бөйөк Ватан һуғышына Нурдәүләт ауылынан киткән һәм башын яуҙа һалған. Атайым Рәфҡәт Барый улы, уның ерләнгән урынын табыр өсөн, ғүмер буйы эҙләне, тик таба алманы. Был изге бурысты мин былтыр ғына атҡарҙым: олатайым 1942 йылда Липецк өлкәһе яғында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында дәһшәтле һуғышта батырҙарса һәләк булған. Ҡаһармандарҙың ҡәберен күреп, алыш барған яландарҙы айҡаным. Озерки ауылында музейҙарҙа йөрөп, кешеләр менән танышып ҡайттым: унда яуҙа үлгән һәр һалдаттың тарихын өйрәнәләр.
Еңеү көнөндә яугир олатайым ҡәберлеген табыуыма бик шатландым. Улар ғүмере тыныс үтһен өсөн, Липецк ерендә өҙөлгән, шуға унда йәшәгән кешеләр беҙҙе: “Башҡорттар килгәндәр”, - тип яҡын туғандары, ҡунаҡтар кеүек ҡаршы алды. Олатайым ерләнгән урында матур сәскәләр ултыртылған, яҙын бар тирә-яҡ сирень еҫенә күмелә. Йылдар буйы эҙләп, теләгемә ирешкәнгәме, әллә күңелем тулғанғамы хис-тойғоларым ҡағыҙ битенә шиғыр булып ятты.
Олатайым инде төшөмә
Олатайым инде төшөмә,
“Исемемде ҡайтар минең,” - тине.
“Өҫтәл булһын өйҙә түңәрәк,
Бар бала ла булһын тигеҙәк”.
Шул саҡтан һуң үтте ғүмеркәй,
йылдар аша һүттем йомғаҡты,
Белмәй инем ҡай саҡ, аңламай,
Ниңә ҡушты икән йомошто?
Эҙләп барҙым олатай ҡәберен
Һуғыш үткән быуа буйына.
Яуға киткән башҡорт батырҙарын
Күргән кеүек булдым яңынан.
Тербуны ла иҫләй һаман да,
Башҡорттарҙы илап ҡаршылай.
Сал сәстәрен елдә уйнатып,
Һаман көтә унда ҡатындар.
Яуҙа үлгән һалдаттарҙың
Ейәнсәрҙәре - бары булдылар.
“Көтәләр, һаман эҙләйҙәр”, - тип,
Улар беҙҙе яҡын күрҙеләр.
Ҡосағына ҡыҫып алдылар,
Бер туғандар итеп белделәр.
Һәр урамда сирень сәскә ата ине,
ҡан төҫөндә булды тюльпандар.
Һуғыш беҙгә кәрәк түгел ҡабат,
Йәтимдәрҙең күҙ йәштәре - тәүбә
Олатайҙар ятып ҡалған яуҙа -
Тыныс тормош булһын өсөн беҙгә.
София ЯНБАЕВА.
Тербуны - ауыл исеме (авт.)
(Шиғыр үҙгәрешһеҙ бирелде).
Читайте нас: