ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Март 2020, 19:05

Был шар тураһында күптән хыялландым!

Енәйәт башҡарма системаһы хеҙмәткәрҙәре балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютын күптән шефлыҡҡа алған: улар йылына бер нисә тапҡыр тәрбиәләнеүселәргә байрам ойоштора. Үҙҙәренең һөнәри байрамы көнөндә лә йәш белгестәр советы рәйесе Луиза Бикмаева, Марсель Ҡадиров коллегалары менән ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға ашыҡты.

Енәйәт башҡарма системаһы хеҙмәткәрҙәре балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютын күптән шефлыҡҡа алған: улар йылына бер нисә тапҡыр тәрбиәләнеүселәргә байрам ойоштора.
Үҙҙәренең һөнәри байрамы көнөндә лә йәш белгестәр советы рәйесе Луиза Бикмаева, Марсель Ҡадиров коллегалары менән ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға ашыҡты.
Ишектән инеү менән бөхтәлек, тәртип күҙгә ташлана. Балаларҙың ихлас һаулыҡ һорашыуы, ҡунаҡтарға эскерһеҙ шатланыуы йәнгә йылылыҡ өҫтәне. Әйтерһең, спонсорҙарын көтөп торғандар: аралашыуҙан, килтергән бүләктәрҙән уларҙың ҡыуанысының сиге булманы. Балалар үҙҙәрен иркен тота, өлкән дуҫтары менән бергәләп уйнанылар, аҙаҡтан тортлап сәй эстеләр.
“Хәйриә сараларының төп маҡсаты - балаларға аҙ ғына булһа ла йылы мөнәсәбәт, иғтибар күрһәтеү, төрлө мауыҡтырғыс уйындар уйнатып, күңелдәрен күтәреү, дуҫлашыу. Улар былай ҙа тормоштоң кире яғын күреп өйрәнгән, яҡын кешеләре тарафынан ҡыйырһытылған”, - ти ойоштороу-аналитика төркөмдөң өлкән инспекторы Луиза Рәмил ҡыҙы. Уның фекерен төбәк-ара уҡытыу үҙәгенең хәрби физик әҙерлек уҡытыусыһы Марсель Рим улы ла йөпләй. Йәш хеҙмәткәрҙәр хәйриә акцияһын ойоштороуҙа булышлыҡ иткәне өсөн 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһының эске хеҙмәт подполковнигы Дмитрий Крюков, уҡыу үҙәге начальнигы, полковник Александр Урчевҡа рәхмәтен белдерҙе. Әйткәндәй, учреждение хеҙмәткәрҙәре үҙ ихтыяры менән был акцияға ҡушылған.
Читайте нас: