ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2020, 11:00

Һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел

Һыу - үҫемлектәр, йәнлектәр һәм кешеләр өсөн йәшәү сығанағы. 22 мартта Бөтә донъя һыу көнө билдәләнә.

22 март - Бөтә донъя һыу көнө
Йәшәү сығанағы
Һыуҙан башҡа тереклек юҡ
Һыу - үҫемлектәр, йәнлектәр һәм кешеләр өсөн йәшәү сығанағы. 22 мартта Бөтә донъя һыу көнө билдәләнә. Ул 1993 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан раҫланған.
Бар тере йән эйәһенә кәрәкле был химик матдәнең хаҡын билдәләп булмай. Һыуҙың эсергә яраҡлыһы, сифатлыһы Ер йөҙөндә самалы. 21 быуаттың уртаһына сөсө һыу етешмәүе глобаль проблемаға әйләнеүе бар. Әлегә Ер йөҙөндә 7 миллиардтан саҡ ҡына күберәк кеше йәшәй, ә 43 илдә 700 миллионға яҡын кеше һыуһыҙ интегә. Гидроресурстарҙы тәләфләү һаман да дауам итһә, был һан 2025 йылға 3 миллиардтан ашасаҡ. Бар донъяла миллиардтан ашыу кеше бысраҡ һыу ҡуллана. Баҡтиһәң, дүрт мил¬лион кеше йәшәгән Гонконгта ситтән ташып эсеүселәр күп. Унда эсәр һыу торба үткәргестәр аша килә, танкер ҙа өҙлөкһөҙ ташый. Шулай уҡ Токио һыуһауҙы даими тойоп йәшәй. Алжирға ла һыу ситтән килтерелә. Яңы Зеландия Сәғүд Ғәрәбстанын һыу менән тәьмин итә, ә Норвегия Япония менән Голландияға һыу һата. Эсәр һыу күләме буйынса Рәсәй донъяла алдынғы урындарҙың береһен биләй. Байкал күлендә генә лә донъялағы эсәр һыу запасының 20 проценты тирәһе тупланған.
Бөтә яҡтан ҡарағанда ла, эсәр һыуҙың тиҙҙән дефицит буласағы күренә. Уның хатта һулар һауа кеүек ҡәҙерлегә әйләнеүе бик ихтимал.
Һыу барҙа - йәшәү була, ул юғалһа - тормош та туҡтала. Унан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ икәнлеген аңлап, үҙебеҙ ҙә, ҡәҙерен белеп, балаларҙа ла һаҡ ҡараш тәрбиәләргә тейешбеҙ.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Читайте нас: