ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Март 2020, 16:00

Беҙ урманды ҡурсаларға тейешбеҙ

Һәр бер һөнәрҙең күҙгә күренмәгән нескәлектәре күп. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙғы осорҙа ниндәй эш менән мәшғүл, ниндәй пландар менән йәшәүен белеү маҡсатында Стәрлетамаҡ урман хужалығы етәксеһе Рамазан Хәйҙәровҡа мөрәжәғәт иттек.

Һәр бер һөнәрҙең күҙгә күренмәгән нескәлектәре күп. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙғы осорҙа ниндәй эш менән мәшғүл, ниндәй пландар менән йәшәүен белеү маҡсатында Стәрлетамаҡ урман хужалығы етәксеһе Рамазан Хәйҙәровҡа мөрәжәғәт иттек.
  • Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн тиҙҙән ҡыҙыу осор башлана. Беҙгә ҡараған участка урмансылығы лесничийҙары араһында янғын хәүефһеҙлеге, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса уҡыуҙар алып барҙыҡ, аттестация үткәрҙек. Ни тиһәң дә, улар ағас йыҡҡан, ер һөргән, шул уҡ янғын сыҡҡан мәлдә беренсе ярҙам күрһәтә белергә тейештәр. Һәр урман хужалығында был хәүефкә ҡаршы мобиль, ирекле командалар булырға тейеш. Норматив буйынса тейешле инвентарь урынлаштырыу пункттары ла тикшерелде.
  • Урмансыларға ҡышын да эш етерлек: ноябрҙән март айына тиклем ҡарағай, йүкә ағасы орлоғо йыйҙылар. Ер-һыу ҡорой башлау менән юл буйҙарын сыбыҡ-сабыҡтан таҙартыу эштәре лә башланасаҡ.
    Апрель аҙаҡтарында “Йәшел Башҡортостан”, май башында “Хәтер баҡсаһы - тормош баҡсаһы” акцияһы үткәреләсәк. Уның сиктәрендә Мәләүез, Воскресенский урмансылығында 3,4 гектар майҙанда ағас ултыртылыу күҙаллана. Йомғаҡлап әйткәндә, хеҙмәткәрҙәребеҙ урман культуралары миҙгелен асырға әҙер - техника бар, орлоҡ һәм ултыртыу материалы етерлек тупланды.
    Читайте нас: