ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Март 2020, 16:22

Тыныслыҡ өсөн көрәшкән улар

Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлашһа ла, шаңдауы кешеләр күңеленә тынғы бирмәй. Ул йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре күргән-кисергәндәрен бөгөнгөләй хәтерләй. Был афәт бер генә ауылды ла, ҡаланы ла ситләп уҙмаған.

Әбет ауылы биләмәһе
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылында ла Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған батырҙарҙың данын мәңгеләштереү маҡсатында һәйкәлдәрҙе төҙөкләндереү, яңыларын төҙөү дауам итә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдан-йыл алыҫлашһа ла, шаңдауы кешеләр күңеленә тынғы бирмәй. Ул йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә татыған һуғыш ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре күргән-кисергәндәрен бөгөнгөләй хәтерләй. Был афәт бер генә ауылды ла, ҡаланы ла ситләп уҙмаған.
Әбет ауылы халҡы үҙ яйы менән тыныс тормошта йәшәгән мәл. 1941 йылдың 22 июне - аҡыл ҡабул итә алмаған “һуғыш” һүҙе мейеләрҙе ярып үтә. Ҡапыл ерҙә шомло тынлыҡ урынлаша. Оҙаҡ та үтмәй 18-е тулған һәм унан өлкәнерәк йәштәрҙе комиссариатҡа саҡырта башлайҙар. Ауыл халыҡын ҡайғы һәм хәүеф солғай. Ир-егеттәрҙе фронтҡа ауыл менән оҙатып ҡалалар. Беренсе айҙарҙа уҡ бөтә ирҙәр һуғышҡа алына. Ҡатындар, ҡарттар һәм балалар ғына тороп ҡала. Ауылдағы бар ауырлыҡ улар иңенә төшә. Ҡалғандархеҙмәт фронтында сафҡа баҫа. Бөйөк Ватан һуғышының һәр көнө тылда ла, фронтта ла батырлыҡ, сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ, Тыуған илгә ҡарата тоғролоҡ талап итә. Үҙҙәре ас-яланғас булған ауыл халҡы күҙ йәше һәм әсе тир тамыҙып үҫтергән, йыйып алынған һәр бөртөктө фронтҡа оҙата.
Әбет ауыл советынан барыһы 380 баһадирҙай ир-егет оҙатыла. Шуларҙың 47-нә генә тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу насип була. Фронтовиктар төрлө наградалар менән бүләкләнә. Шулар араһынан Әлимғол Бикташев “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, Муллағол Ильясов “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, “Варшаваны азат итеү өсөн”, “Берлинды алыу өсөн” миҙалдары алып ҡайта.
Бөгөнгә тик бер һуғыш ветераны Эткөсөк ауылынан Фәсхетдин Муллағолов, Әбет ауылынан тыл ветераны Бибиямал Имелбаева иҫән. Уларға һуғыштың 75 йыллығына быйыл миҙал тапшырылған. Яуҙа ҡатнашҡан яугирҙәргә Ерек, Түбәнге Таш, Әбет, Боһорман ауылдарында обелискылар ҡуйылған. Иҫкә алып һәр йыл һайын хәтер кисәләре, осрашыуҙар уҙғарыла.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Һүрәттә: Әбет ауылы батырҙарына “Ҡайғылы әсә” һәйкәле.
Фото архивтан.
Читайте нас: