ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Апрель 2020, 14:25

Яуаплылыҡҡа һынау тотабыҙ

Бөгөн минән ғәфү үтенделәр... Юҡ, ул кеше мине рәнйеткәне булманы. Хатта уның ауыр һүҙ әйткәнен дә хәтерләмәйем. Үҙе әйтмешләй, былай ғына... Мин дә унан кисереүен һораным... Һәм ҡурҡыныс булып китте. Кеше ғәҙәттә хушлашҡанда, бәхилләшкәндә, ниндәйҙер бер ҡурҡыныс, хәүеф, упҡын алдында торғанда ғына бер-береһенән ғәфү үтенә. Коронавирус... Һин ҡасан тажыңды һалырһың? Ҡасан бөтә ҡитғалар халҡы менән хакимлыҡ итеүеңдән туҡтарһың?

Бөгөн минән ғәфү үтенделәр... Юҡ, ул кеше мине рәнйеткәне булманы. Хатта уның ауыр һүҙ әйткәнен дә хәтерләмәйем. Үҙе әйтмешләй, былай ғына... Мин дә унан кисереүен һораным... Һәм ҡурҡыныс булып китте. Кеше ғәҙәттә хушлашҡанда, бәхилләшкәндә, ниндәйҙер бер ҡурҡыныс, хәүеф, упҡын алдында торғанда ғына бер-береһенән ғәфү үтенә. Коронавирус... Һин ҡасан тажыңды һалырһың? Ҡасан бөтә ҡитғалар халҡы менән хакимлыҡ итеүеңдән туҡтарһың?
Күптәр был яңы вирусты еңгәндән һуң ерҙә бөтөнләй икенсе тормош башлана, тип фаразлай. Ысынлап та, беҙҙең һәр беребеҙҙе үҙ урыныбыҙға ултыртырмы? Тәүбәбеҙгә килтерерме? Ул беҙҙең күңелебеҙҙе нәфсенән, тәкәбберлектән, яуызлыҡтан, һаранлыҡтан таҙартырмы?
Береһенә лә сер түгел: был йоғошло сир ҡыҫҡа ғына ваҡытта кешелек донъяһын аҫтын-өҫкә килтерҙе. Берәүҙәр яҡынын юғалтты, икенселәр үҙҙәре сиргә юлыҡты, өсөнсөләр вазифаһынан ҡолаҡ ҡаҡты... Һуңғы осорҙағы иң глобаль ваҡиғаға әйләнде лә,, һәр беребеҙҙең тормошона үтеп инде һәм байтаҡ ҡына тормош һабағы бирҙе.
Иң беренсе, һаулығыбыҙға иғтибарлы булырға кәрәклекте, уның иң ҙур байлыҡ икәнлеген иҫкәртте. Уны бер ниндәй аҡсаға һатып алыу, алмаштырыу мөмкин түгеллеген аңғартты. Аллаһу тәғәлә биргән сәләмәтлекте ҡәҙерле бүләк кеүек һаҡларға тейешлегебеҙҙе төшөндөрҙө. Быға тиклем иғтибар итмәгән әйберҙәрҙең, тормош мәшәҡәттәренең ҡәҙерен белергә, эргәләге кешеләребеҙҙе хөрмәтләргә, уларҙың тойғоларын ихтирам итергә өйрәтте.
Күптән күрешмәгән танышым шылтыратты:
- Эш тип, донъя артынан ҡыуам тип, ҡыҙымдың ғашиҡ булғанын белмәгәнмен. Һуңғы осорҙа уйсанланып ҡалған, күп ваҡыт өндәшмәй ҡалған баламды апайҙарына ҡарағанда тиҙерәк аҡылға ултырҙы, тип уйлап шатландым. Үҙ аллы изоляция иғлан ителгән көндөң иртәгәһенә үк йоҡларға ятҡас, ҡыҙымдың үкһеп илағанын ишеттем. Башҡа ваҡыт булһа, илар ҙа тымыр әле, тип ҡул ғына һелтәр инем. Көнө буйы ял иткәс, йоҡо килмәй, һаҡ ҡына бүлмәһенә индем. Бөркәнер ҙә ятыр инде, тип уйлағайным, юҡ улай итмәне. Киреһенсә, ҡосаҡлап алды, алдыма ятты һәм класташ егетен яратыуын әйтте. Ә егет ҡыҙымдың әхирәтен оҡшата икән...
Иртәгә бер ҡайҙа ла барырға булмағас, төнө буйы серләшеп яттыҡ. Уға үҙемдең беренсе мөхәббәтем хаҡында һөйләнем. Өс ҡыҙ үҫтереп, был минең тәүге тапҡыр шулай дуҫтарса һөйләшеү ине. Ошо ваҡиғанан һуң ҡыҙым менән ара һиҙелерлек йылынды. Быға тиклем өҫтәлдә ашарына булһа, өҫтөндәге кейеме башҡаларҙан кәм булмаһа, уҡытыусыларынан насар хәбәр ишетелмәһә – барыһы ла яҡшы, тип уйлай инем. Был коронавирус миңә, ике тапҡыр өләсәй булған кешегә, әсәй булырға өйрәтте...
Был танышым оҙаҡ йылдар инде үҙ эше менән шөғөлләнә. Ире сығып киткәс, бер үҙе өс балаһын аяҡҡа баҫтырҙы. Ике ҡыҙы ла кейәүгә ауырлы булып сыҡҡас, атайҙарына оҡшаған тип, уларға йылы мөнәсәбәтен бик күрһәтмәне шикелле. Бер ҡалала йәшәһәләр ҙә, аралашыуҙары бер-береһен туған көндәрҙә, байрамдарҙа ҡотлауҙан уҙманы.
- Кесеһе менән һөйләшкәндән һуң, өлкән ҡыҙҙарыма ҡарашым үҙгәрҙе. Уларға шул тиклем ғәҙел булмағанлығымды аңланым. Аҡса артынан ҡыуып, уларға иғтибар, наҙ бирмәгәнмен. Ә улар уны урамдан тапҡан... Беләм, коронавирус беҙҙе ғаилә булараҡ берләштерҙе тиһәм, мине күптәр тәнҡит утында көйҙөрәсәк. Әммә был, ысын мәғәнәһендә шулай, - тине ул хушлашҡанда.
Эйе, коронавирус пандемияһы тиҙ үҙгәреүсән заманда аҙ ғына булһа ла беҙгә туҡталыш алырға, техник термин менән әйткәндә “перезагрузка” эшләргә кәрәклеген белгертте. Быға тиклем тәнҡитләгән тәрбиәселәрҙең, айырыуса беренсе онлайн-дәрестән һуң уҡытыусыларҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең ҡәҙерен белергә, үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ алдында яуаплылыҡ тойорға өйрәтте.
Читайте нас: