ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Апрель 2020, 11:03

Ураҙа хаҡында хәҙистәр

Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:– Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән.

Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) изге Рамаҙан айы һәм бөйөк ураҙа ғәмәле тураһында беҙгә әйтеп ҡалдырғандарынан:
– Аллаһ Тәғәлә: “Минең өсөн булған ураҙаны Мин Үҙем бүләкләйәсәкмен”, – тигән.
– Ураҙаға бер нәмә лә тиң була алмай.
– Ураҙала булған кешенең доғаһы кире ҡағылмаҫ.
-Ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар: беренсеһе – ауыҙ асҡанда, икенсеһе – үҙ Раббыһы ҡаршыһында ураҙаһы өсөн әжер алғанда.
– Ураҙа Ҡиәмәт көнөндә: «Йә Аллаһ! Мин уны көн буйына аҙыҡтан һәм тән теләктәренән тотоп торҙом, шуның өсөн бөгөн миңә уның өсөн шәфәғәтсе булырға рөхсәт бир», – тип ураҙа тотоусыны яҡлашып сығасаҡ.
– Ураҙа тотҡан кешенең ауыҙынан сыҡҡан еҫ Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында хуш еҫле май (мисек) еҫенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ.
- Ураҙа – кешене Тамуҡ утынан ҡурсалап тороусы ҡалҡан һәм ныҡлы ҡәлғә.
- Аллаһ ризалығы өсөн бер көн ураҙа тотҡан кешенең йөҙөн Аллаһ Тәғәлә Йәһәннәм утынан етмеш йыллыҡ араға алыҫайтасаҡ.
– Аллаһ мәрхәмәтенә өмөт итеп ураҙа тотҡан кеше шул көндө үлеп ҡалһа, Йәннәткә инер.
– Йәннәттә әр-Раян тигән ҡапҡалар бар, улар аша ураҙа тотҡандар ғына үтә алыр, башҡа берәү ҙә үтмәҫ.
– Рамаҙан айы башланғас, Йәһәннәм ҡапҡалары ябылып, Йәннәт ҡапҡалары асыла, ә шайтандарға бығауҙар һалына].
- Рамаҙан айында тотҡан ураҙа ун ай буйына тотҡан ураҙаға тиң.
– Аллаһ Тәғәләгә иман килтереп, Унан ярлыҡау өмөт итеп ураҙа тотоусы кешенең быға тиклем булған бар гонаһтары ғәфү ителер.
– Һәр ифтар (ауыҙ асыу) мәлендә Аллаһ Тәғәлә Уттан азат ителәсәк яңы кешеләрҙе һайлап ала.
Шәйх Мөхәммәт Салих әл-Мөнәжжиттең «Ураҙаға ҡағылышлы 70 төп ҡағиҙә» исемле китабынан.
Читайте нас: