ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Апрель 2020, 14:48

Яҙҙың наҙлы нурҙарынан яралған

Донъяла ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес көслө рухлы, күңел матурлығын һаҡлай белгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай ғәжәйеп кешеләрҙең береһе - Имелбаева Мәрхәбә Мөхәммәт ҡыҙы.

Донъяла ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес көслө рухлы, күңел матурлығын һаҡлай белгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Шундай ғәжәйеп кешеләрҙең береһе - Имелбаева Мәрхәбә Мөхәммәт ҡыҙы.
Мәрхәбә Имелбаева 1960 йылда Иштуған ауылында Мәрфуға һәм Мөхәммәт Иҫәновтар ғаиләһендә донъяға тыуған. Әбет ауыл мәктәбендә башланғыс, ә һуңынан Боһорман ауылында 8 класс белем алғас, Ишимбай тегенсе училищеһына уҡырға бара. Һөнәрле булғандан һуң шунда уҡ эш башлай. Йылы ҡарашлы, ихлас, йомарт, һәр саҡ уяу ҡыҙға ошо уҡ ауылдың аҫыл егете Миңлеғол күҙ һала. Ике йәш йөрәк шулай ҡауыша. Тормошҡа сыҡҡас, ауылда төпләнеп, Ленин исемендәге колхозда һаунсы булып урынлаша, йәйҙәрен сөгөлдөрөн дә утай. Үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген ауыл хужалығына бәйләй. Күп йылдар буйы ауыл магазинында һатыусы булып эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан килмәгән эш, күтәрә алмаған ауырлыҡ юҡ ул. Әммә бындай көс бөтәһенә лә бирелмәй. Ысын мәғәнәһендә бөтә яҡлап сыныҡҡан, тормош ауырлығын лайыҡлы күтәргән Мәрхәбә Имелбаева был йәһәттән күптәргә өлгө булырлыҡ.
Тормош иптәше Миңлеғол менән ике ҡыҙ Зөлфиә, Гөлсиәне һәм бер ул Радикты тәрбиәләп үҫтергән. Уларға юғары белем биреп тормош юлына баҫтырған. Һәммәһе лә күптән инде үҙ аллы донъя көтә, өләсәйҙе ҡыуандырып дүрт ейән-ейәнсәре үҫеп килә. Әлеге көндә балаларының, кейәүҙәренең, килененең, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирамын, хөрмәтен, туған-тыумасаһының изгелеген күреп, бөгөнгө матур тормошҡа ҡыуанып йәшәй Мәрхәбә Мөхәммәт ҡыҙы. Ял көндәре һөйөклө балаларын түҙемһеҙләнеп көтөп ала улар, сөнки йорт эсе күңелгә яҡын тауыштар менән тула. Телеңде йоторҙай бешергән әсәй ризыҡтарын кем генә яратмай һуң? Ысын аш-һыуға оҫта, бөтә ерҙә бөхтәлек, өйҙә нур барлыҡҡа килтерә бит ул.
Читайте нас: