ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2020, 14:05

Яҙғы саҡырылыш быйыл ғәҙәти булмаған шарттарҙа үтә

1 апрелдән Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды. Уның барышында Мәләүез ҡалаһы, Федоровка һәм Мәләүез райондарынан 141 егет Тыуған ил һағына баҫасаҡ. Быйылғы сикләүҙәргә бәйле ниндәй үҙгәрештәр, ниндәй яңылыҡтар индерелеүе, ғөмүмән, яҙғы саҡырылыш тураһында Олег Тройно мәғлүмәт бирә.

  • Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш апрель башынан башланды, 15 июлгә тиклем дауам итә. Илдәге коронавирусҡа пандемияһына бәйле, саҡырыу комиссияһы эше бер аҙға кисектерелеп торҙо, шулай ҙа байтаҡ эш атҡарылды. Егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә әҙерлек кимәлен тикшергән мәлдә сир йоҡтормау маҡсатында санитар сикләүсе постар ҡуйылды. Бина эсендә генә түгел, уратып алған яҡын тирәлә йыш дезинфекция саралары даими үткәрелә. Ике меңдән ашыу хеҙмәткә саҡырылыусыға хәбәр ебәрҙек. Уҙған кесе йома саҡырыу комиссияһы эшен башланы. Үҙизоляция осоронда призывниктарҙы маска, бирсәткәләр менән тәьмин итәбеҙ. Саҡырыу комиссияһы барышында улар айырым ишектән инә.
  • Яҙғы саҡырылыш барышында Хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса комиссия Федераль именлек хеҙмәте, урындағы үҙидара органдары, район дауаханаһы, ДОСААФ һәм район мәғариф бүлеге менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Хеҙмәткә саҡырылыусылар иҫенә төшөрәбеҙ: теләгәндәргә ДОСААФ-тың урындағы бүлегендә өс ай ярым ваҡыт эсендә автомобиль йөрөтөү нескәлектәренә өйрәнеү мөмкинлеге бар. Бының өсөн бюджеттан аҡса бүленгән. Егеттәр, күҙ уңында тотоғоҙ: водителлекә уҡып, әрме сафында шул һөнәр буйынса хеҙмәт итһәгеҙ, ул хеҙмәт стажына инә.
    Хеҙмәткә белемле, яҡшы физик һәм тәрбиә әҙерлек алған, һаулыҡтары яҡшы булғандар кәрәк. Юғары уҡыу йортонда белем алған студенттар уҡып бөтмәйенсә алынмай. Быйыл тағы бер яңылыҡ: Рәсәй Ҡораллы Көстәренең генераль штабы указына ярашлы, сығарылыш класс уҡыусыларын хәрби хеҙмәткә саҡырмайбыҙ, берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып, уҡыу йортонда белем алырға теләгәндәргә мөмкинлек бирелә. Беҙ күптән инде һан артынан ҡыумайбыҙ, ә Ҡораллы Көстәр өсөн бөтә талаптарға яуап биргән резерв әҙерләү өҫтөндә эшләйбеҙ. Армия ваҡыты ҡыҫҡа, бөтә вазифаларҙы ла контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр менән алмаштырып булмай, ә был ваҡыт эсендә яҡшы һалдат әҙерләргә, уларҙы заманса ҡорал менән ҡулланырға һәм идара итергә өйрәтергә кәрәк.
    Егеттәрҙе тәүге оҙатыу санитар-эпидемиология нормаһына таянып, май аҙағында үткәреләсәк.
    Демобилизация осоро башланды, яңыраҡ ҡына 6 меңдән ашыу һалдат тыуған яҡтарына йүнәлде. Ҡайтып еткәс улар ике аҙна эсендә хәрби комиссариатҡа иҫәпкә баҫа. Уларға ҡайтҡас, ике аҙна дауамында үҙ ҡурсалау тәртибен күҙәтергә тейеш. Был турала инструктаж үткәрәбеҙ.
    Һорауҙарығыҙ булһа
    Хөрмәтле хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре!
    Яҙғы саҡырылыш буйынса һорауҙарығыҙ булһа, “ҡыҙыу линия”ның түбәндәге телефондарына шылтырата алаһығыҙ:
    Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатының йәмәғәт ҡабул итеү бүлеге: 8(347)228-02-92, эш ваҡыты иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем, ял көндәрендә иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем.
    Хәрби хеҙмәткә әҙерлек һәм саҡырыу буйынса бүлеге: 8(347)253-13 -48, 228-43- 59 иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем.
    Киҫкен психологик ярҙам: 8(800)70000-183.
    Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы: 8(347)259-14-83.
    Мәләүез ҡалаһы, Федоровка һәм Мәләүез райондары хәрби комиссариаты: 8(347)64-3-26-66.
    Мәләүез район-ара прокуратураһы: 8(347)64-3-52-36.
    Читайте нас: