ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Май 2020, 15:52

Заман һәм кеше

Һәр ваҡыт халыҡ араһында, башҡаларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртып, район һәм ҡала тормошо уртаһында ҡайнап йәшәй район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова, шул уҡ ваҡытта ул - хәстәрлекле ҡыҙ, һөйөклө ҡатын, наҙлы әсәй һәм өләсәй.

Лилиә Һөйәрғолова 1986 йылда хеҙмәт юлын башлай. 9-сы башҡорт гимназияһы асылғас, унда төрлө ерҙән йыйылған уҡыусыларҙы урыҫ теле серҙәренә өйрәтә. Һәләтле йәш белгес директор урынбаҫары, мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгесе, бүлек начальнигы хеҙмәт баҫҡыстарын үтә. Тармаҡты үҫтереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары менән билдәләнә, Башҡортостан Республикаһы мәғарифы алдынғыһы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә лайыҡ була.
2012 йылдың декабренән - район Советы секретары. Шулай уҡ ул - урындағы ҡоролтай ағзаһы, үткән йыл уға ҙур ышаныс белдерелә - V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана. Райондың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе урынбаҫары булараҡ та киләсәккә бөгөн нигеҙ һалыныуын яҡшы аңлап, бәхетле бала саҡ, әсәлек, йәш быуын тәрбиәһе мәсьәләләренә айырым иғтибар бирә. “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” республика конкурсында ҡатнашып, “Ҡатын-ҡыҙ - лидер” номинацияһында еңеп сыҡты.
Лилиә Зиннур ҡыҙы үҙ аллы тормош юлы башында осратҡан ғүмерлек йәре Шамил Әхмәткирәй улы менән инде 33 йыл бер һуҡмаҡтан атлайҙар, ике улға лайыҡлы тәрбиә, юғары белем бирәләр. Олоһо Эмиль өйләнеп, ейәнсәр бүләк итә. Кесе улдары Илнур, юғары белем алып, үҙ юлын тапҡан, уңыштары менән ҡыуандыра.
Бөгөн уңыш тауының үрен яулаған һәр яҡтан камил шәхес Лилиә Һөйәрғолованың ғүмер юлы ике биш менән баһаланғанда ул үҙен бәхетле ҡатын-ҡыҙ һәм уңышлы шәхес итеп тоя. Киләсәктә лә яҙмыш һәр саҡ йылмайып баҡһын, балалар шатландырып торһон, ҡайғы-хәсрәт урап үтһен, тип юбилей ҡотлауҙарына беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Читайте нас: