Конгэк
+19 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
26 сентябрь – Мәүлит кисе
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Май 2020, 17:32
+29 градус һаҡлыҡ сараларын инҡар итмәй
Ураҙа байрамы көнөндә йылы булыуы көтөлә, әммә мосолмандарға мәсеттәргә күпләп йыйылыу тыйыла, һәр кем байрамды ғаилә менән генә билдәләй.
Кәбисә йылы кешене төрлө яҡлап һынауҙан туҡтамай. Үҙизоляция шарттары йомшартылыу менән урамға һибелгән халыҡты һалҡын кире ҡыуып индерҙе. Ҡырау төштө, төндә Белорет районында ҡар яуған, хатта. Баҡсасылар ҙа зыян күрҙе инде. Башгидрометүҙәк синоптиктары Ураҙа байрамына көндәрҙең йылыныуын билдәләй – температураның 29 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Шәмбе һәм йәкшәмбе ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм йәшен фаразлана. Төндә термометр бағанаһы +7, +12 градусҡаса төшә, көндөҙ һауа +20, +29 градусҡаса йылына. Етәкселек тә, дин әһелдәре лә байрам көндәрендә күпләп йыйылмаҫҡа саҡыра. Урамда битлек кейеү, һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү талап ителә.
Байрамдар мөбәрәк булһын, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, был һынауҙарҙы ла иҫән-һау үтеп, гөрләтеп байрамдар уҙғарыр ваҡыт килер әле.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты