ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июнь 2020, 16:53

Серәкәй йонсотамы?

Быйылғы йыл серәкәйҙәр күп, әйҙәгеҙ, унан ҡотолоу ысулдарын барлайыҡ. Кем нисек һаҡлана серегеҙ менән комментарийҙар аша бүлешһәгеҙ бигерәк шәп булыр.

Быйылғы йыл серәкәйҙәргә бай, шуға күрә лә унан ҡотолоу ысулдарын барлайыҡ.

Йылы боҫ, еҫ сығарған йөҙ грамлыҡ камфара һәм валерьянка ҙур ғына бина эсендәге серәкәй һәм себендәрҙе өркөтөр.
Миләш йә муйыл ағасы япрағы менән асыҡ тәнде ышҡып һөртһәң, был бөжәк яҡынлай һалмаҫ.
Ҡәнәфер, базилик, әнис, эвкалипттың эфир майҙары менән асыҡ тәнде һыларға (бер стаканға 5-10 тамсы май) йә иһә йылы табаға ҡойорға. Мамыҡты манып, тәҙрә төбөнә һалып ҡуйыу ҙа файҙалы.
Бүре емешенең яңы ботаҡтарын бүлмәгә ҡуйыу ҙа серәкәйҙе ҡыуа.
Тәбиғәт ҡосағында тыныс ҡына ултырырға теләһәң, усаҡҡа артыш ботаҡтары ташларға.
Кедр майының еҫе серәкәйҙәрҙе генә түгел, себен һәм тараҡандарҙы ла ҡурҡытыр.
Әрем тамыры төнәтмәһе менән йыуынһаң (1,5 литр ҡайнар һыуҙа әрем тамырын 20-30 минут тотоп алырға), битеңә серәкәй ҡунмаҫ.
Магазиндан алынған электр фумигатор бушап ҡалһа, уны ташларға ашыҡма. Эсенә 100 процентлы эвкалипт ҡойоп ҡулланырға була.
Читайте нас: