ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Июнь 2020, 19:30

Яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ!

Бала дуҫтары менән һыу инергә барған булған. Тәрәнгә йөҙөп барғас уның хәле бөтә һәм бата башлай. Ярҙағы ололар был хәлде күреп ҡалып, ярҙамға ташлана, ләкин уны ҡотҡара алмайҙар. Малайҙың тәнен Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте генә һыуһаҡлағыс төбөнән сығара ала.

Йыл да балаларҙың һыуҙа батыу осраҡтары тап ошо йәйге каникул осоронда теркәлә. Быйыл дүрт бала батып үлгән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының урындағы өлкән дәүләт инспекторы Алексей Сорокин әйтеүенсә, балалар менән бәйле фажиғәләрҙең күбеһе уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуҙан сыға. Балаларҙы һыу буйынса яңғыҙҙарын ебәрмәгеҙ, ти ул. Зинһар, һыу буйында абайыраҡ булығыҙ!
Фото Интернет селтәренән.
Читайте нас: